RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Хажи мәсеттәре

12.12.2014 Хажи мәсеттәре

...Саң-туҙан борҡотоп ер ишелә, зилзилә килеп тау-таш емерелә, өңрәйеп торған оло ярыҡтан ялҡын телдәре урғыла, уларына ҡушылып уҡлы уттар оса. Ҡайҙандыр, йәһәннәм төбөнән, әллә үкергән, әллә олоған ҡот осҡос ауаздар ишетелә. Уф-ф! Ни аралалыр япа-яңғыҙы тороп ҡалған кескәй ир бала үкһеп-буҫлығып илай, бәләкәс ҡулдарын һонған булып атаһы киткән яҡҡа ынтыла. Ләкин уны ишеткән дә, күргән дә кеше юҡ. Ул арҡаһыҙ.
Малайҙың атайғынаһын ниндәй­ҙер яман ағайҙар алып киткәйне, шул көндән бирле ул көтә лә көтә. Тик яҡынынан хәбәр-хәтер булманы, һағыныуҙың сигенә сыҡҡан са­бый шулай ҙа ышанысын юғалтмай. Атаһы бит уның һәләк көслө, ғәләмәт ҡыйыу, ҡуш йөрәкле. Әкиәттәге Урал батыр кеүек. Шулай булғас, барлыҡ ауырлыҡтарҙы еңер, теге ағайҙарҙы пыран-заран килтереп ырғытыр һәм матур көндәрҙең береһендә ҡайтып та төшөр. Эйе, ҡайтмай ҡалмаҫ. Сөнки һөйөклө улының унһыҙ йәшәй алмаҫын яҡшы белә.
Ана, әйтте бит атаһы ҡайтыр тип. Уныһы бер көсәйеп, бер һүрелеп ял­пылдаусы ялҡын шаңдағы сағылған алһыу томан араһында хасил булды. Үҙе, элекке ғәҙәтенсә, алсаҡ йылмая. Шулай ҙа йылмайыуы әүәл­­гесә күңел иретерлек ихлас түгел кеүек. Йөҙө үҙенең һағышлы, ҡуңыр күҙҙәрендә борсолоу сағыла. Улын күреүгә ҡыуанаһы урынға...
– Ата-ай! Мин бында-а!
– Улым! Улыҡайым минең!
– Мин һине көттөм.
– Кисер, балам.
– Ни эшләп оҙаҡланың?
– Бына ҡайттым бит, башҡаса...
Атаһы башлағанын әйтеп бөтөрә лә, килеп етә лә алмай, әлеге уҫал ағайҙар уның юлын бүлә. Тотоп алалар ҙа, ҡулдарын шаҡарып, ҡы­уаҡ­тар араһында торған ҡара машинаға табан һөйрәкләйҙәр.
– Ата-ай!!! – Малай ярҙамға ташланмаҡсы итә. Ҡайҙа ул, уны һуғып йығалар. Сабый осоп барып ке­серткәнлеккә тәгәрәй. Ғәжәп, баш­ҡа саҡта аяуһыҙ көйҙөрөп алыр­ға ғына торған кесерткәндәр был юлы нисектер ялған кеүек – саҡмайҙар. Малай, ажарланып, аяғына баҫа.
– Ебәрегеҙ, тим, атайымды! Мин уны һағындым, шуны ла белмәйһегеҙ!
Ләкин ҡара-ялтыр машина ҡуҙғалып китә, ә атаһы уның эсендә. Көсһөҙлөктән рухы ҡаҡшап, йәне иҙгеләнгән малай үкһей-үкһей йөҙтүбән ауа. Күҙ йәштәре сөбөрләп ыу энәле кесерткән тамырҙарына тама...
– Балам! Йәнә баҫлығып ятаһың инде әллә? – Көтмәгәндә әсәһенең яғымлы тауышы ишетелә. – Әйтәм бит, ҡыҙыл эңерҙә йоҡлап ятма, тип. Илап бөткәнһең, йәнкиҫәгем.
«Эш ҡыҙыл эңерҙә генә торһа икән, – тип уйлай Хәмит, тиҙ генә тыныслана алмайынса. – Ҡасан ҡайтыр инде атайым? Унһыҙ ашағаның – аш, йоҡлағаның йоҡо түгел. Уның менән икәүләшеп бесәнгә, бушыраҡ ваҡыттары килеп сыҡҡанда балыҡ ҡармаҡларға, ҡышын ҡуянға тоҙаҡ ҡора йөрөгән көндәре тик һағынып һөйләр өсөн генә ҡалдымы икән шулай уҡ? Булыуы мөмкинме ошоноң? Былай барһа, бер көйлөрәк булып китеүең...»
– Эй, Аллам! Сабыйҙы күрәләтә сиргә һабыштырҙылар бит, иман­һыҙҙар! – Хәмиттең ауыр уйҙарын иламһыраған әсәһе бүлдерә. Ул еүешләнгән күҙҙәрен устары менән ҡаплай ҙа сеңләүгә күсә. – Тәңре ҡарғышынан ҡурҡмауҙарын әйт. Бер зыянһыҙ бәндәләрҙе ала ла китәләр, ала ла китәләр. Сәбәбен дә, ғәйептәрен дә аңлатҡан юҡ. Бәпесемде... Атайлы көйө етем яһанылар, ыһ...
Етем!.. Юҡ, Хәмит етем түгел! Нисек инде етем булырға? Атайың да, әсәйең дә бар көйөнә. Ҡулына бығау һалынған атаһы бит киткәнендә: «Бәхилләшмәйем, ҡәҙерлеләрем, хәлде асыҡларҙар ҙа ҡайтарырҙар. Минең бер яҙығым да юҡ», – тигәйне. Күрерһең, ул әйткәнендә торасаҡ! Әле бая күргән төшөндә лә шул һүҙҙәрен ҡабатланы һымаҡ. Тик машинаның ҡалын быялаһы аша тауышы ғына ишетелмәне.
һуңғы осорҙа Хамиттең күңеле болоҡһоп тик тора. Ғүмерендәй күргән атаһы менән өләсәһен юҡһыныу өҫтөнә, йөрәккә ҡан һауҙырып, йән дуҫтарын юғалтыу хәсрәте өҫтәлә. Күптән түгел, аслыҡтан шешенеп, үкһеҙ етем Нурислам дуҫы әхирәткә күскәйне, үткән көндө шул уҡ сәбәп арҡаһында Шәрифулла мәңгелек йортона йүнәлде. Әле Исмәғил дуҫы хәл өҫтөндә ята. Уныһының да күп көнө ҡалмаған, ахыры, күм-күк балтыр­ҙары бүрәнә ише... Ҡайғы өҫтөнә ҡара ҡайғы. Бошонмай ҡайҙа бараһың шунан.
– Улым, Әсҡәпъямал инәйеңдәргә... – Ғәҙәтенсә, яғымлы ғына һүҙ башлаған әсәһе ошо урында тағы иланы ла ебәрҙе. – Эй, Хоҙайым, ҡайҙа бара был донъя?! Са­быйғыналарҙың ни гонаһтары бар инде, йә?..
Йөрәге жыу иткән Хәмит аслығын алдар өсөн ауырайып ятҡан еренән етеҙ генә тороп ултырыр көс тапты.
– Нимә, әллә Исмәғил?!. – Саманан тыш ҙурайып киткән күҙҙәрендә сараһыҙ ҡурҡыу ҡатыш өмөтһөҙлөк, үкенесле һағыш сағыла. Ошо мәл уға ҡарап тороуы йәл ине…
Исмәғил дуҫын һуңғы юлға оҙат­ҡанда Хәмит йәнә иланы ла иланы. Әллә күңел тулышыуы шул ҡәҙәре – туҡтай алмай ҙа ҡуя. Был юлы уны тыйыусы ла, йыуатыусы ла булманы. Киреһенсә, үрге ос оло ғына бабай:
– Ила, балаҡай, ила. Хәсрәтеңде эсеңә йотма, тышҡа сығар. Илай белмәгәндең күңеле ҡата, йөрәге ташҡа әйләнә. Ә ҡаты күңелле, таш йөрәк кеше – ҡурҡыныс кеше, – тип башынан һыйпаны. – Яҡын дуҫыңды юғалтыуы шул ҡәҙәре ауыр була ул. Ифрат ауыр.
Дуҫын ерләргә биш-алты кеше килгәйне. Иң яҡындары ғына. Ке­шеләр хәлһеҙ. Кешеләрҙе йотлоҡ ҡырҡа. Күпселек аяҡтарын һөйрәп көскә йөрөй. Ләкин өлөштөң иң ауыры быуындары нығынып бөтмәгән үҫмер менән бала-сағаға төшә. Улары себен урынына ҡырыла. Бигерәк тә ир балалар тиҙ миктәй.
Әле был донъяла Хәмиттең ике генә йыуанысы ҡалды. Ул йыуаныс­тарҙың тәүгеһе балаларының та­мағы хаҡына көнө-төнө кемгәлер бил бөккән әсәһе булһа, икенсеһе – ярым айы ҡояшта ялтырап торған мөһабәт манаралы мәсет. Ҡалған йыуаныстары берәм-һәрәм юҡҡа сыға: атаһын көслөк менән ҡайҙалыр алып китһәләр, ейәненә ел-ямғыр тейҙермәй бар ерҙә ҡурсып йөрөткән өләсәһе шул ҡайғыны күтәрә алмайынса ҡапыл ғына гүр эйәһе булды. Көн күргән дуҫтары ла үлеп бөтөп бара. Артабан нимәләр булыр инде, күҙ алдына килтереүе ҡурҡыныс. Хәмиттең дуҫтарына: «Туҡтағыҙ! Ташлап китмәгеҙ мине! Мин һеҙһеҙ нисек итермен?!» – тип ҡысҡырғыһы килә. Хатта зыярат янына барып ҡысҡырғаны ла бар. Ләкин һарғайып кипкән ер өҫтөндә ҡарайышҡан ҡәберҙәр яуап ҡайтармай, өнһөҙ ҡала. Мәрхүмдәр ишетмәй ҙә, һөйләшмәй ҙә. Әллә ишет­һәләр ҙә өндәшмәйҙәр? Бәлки, үпкәләйҙәрҙер? «Беҙ аслыҡтан киттек, ә һин һаман йөрөп ятаһың. Дуҫ кеше шулай буламы?» – тип. Ошо уйынан Хәмиткә шул тиклем ауыр булып китә. Ауыр һәм уңайһыҙ. Әйтерһең дә, уларҙың мәлһеҙ вафатында үҙе ғәйепле. Ахырҙа, күңеленән генә уларҙы аҡларға тотона. «Юҡ, юҡ, уның йән дуҫтары ундай түгел. Башҡалар хаҡында насар һүҙ йөрөтмәҫтәр. Бер ваҡытта ла. Яман, йәмһеҙ уйҙарым өсөн кисерегеҙ мине». Кисерәләрме уны дуҫтары, юҡмы, уныһын, әлбиттә, Хәмит белә лә, әйтә лә алмай. Аллаһы Тәғәлә шулай бойорған: фани донъялағылар менән әхирәттәгеләр аралашмай.
Мәсеткә Хәмит йома көндәре генә йөрөй. Әлегә. Әлегә, тиһә лә, мәсет башҡа көндәрҙә бикле тора. Күрәһең, ашарына булмаған кешелә мәсет ҡайғыһы юҡ. Ҡаҡ һөйәккә ҡалған кәзә һаҡаллы Имам бабай шу­лай ҙа йома намаҙын урын-еренә еткереп башҡарып тора. Ҡарт-ҡоронан ғына булһа ла, байтаҡ кеше йыйыла. Шулар араһында малайҙарҙан Хәмит бер үҙе. Эле­герәк күмәкләп йөрөйҙәр ине лә ул...
Хәмит күкрәген ҡиблаға табан йүнәлтеп ҡыямға баҫҡанда ла, сәждәлә сағында ла рухы байрам итә, йәне рәхәтләнә, тәне кинәнес таба. Мәсеттә уның барлыҡ мәғшиәт мәшәҡәттәре лә онотолоп тора. Был йорттан ул бар яҡтан да таҙарынып, сафланып-пакланып сыға. «Намаҙ уҡыған кеше гонаһҡа һәләтле түгел», – имам олатай һәр ваҡыт шулай ҡабатлап тора. Имам менән иман һүҙҙәренең оҡшашлығы юҡҡа ғына түгелдер әле. Имам иман тарата, иман имамды һаҡлап бара.
Көндәрҙең береһендә йотлоҡтан йонсоп ятҡан төпкөлдәге ауылға ҡораллы кешеләр килеп тулды. Күпселеге мылтыҡ тотҡан. Пулемет ултыртылған арбалары ла бар. Ала-ҡола кейенгәндәрҙе бары баш кейемдәрендәге ҡыҙыл йондоҙ ғы­на берләштерә ине.
Башта улар темеҫкенеп йөрөп бөтә ауылды байҡап әйләнде. Хәллерәктәрҙең көн күргән һуңғы һыйырын, кемдәрҙеңдер яңғыҙ кә­зә-һарығын, хатта тауыҡтарына ҡәҙәре тартып алып, элекке байҙан ҡалған бер ҡураға йыйҙылар. Йә­шерергә өлгөрмәй ҡалғандар­ҙың келәттәрендәге аҡтыҡ игенде бөртөгөнә тиклем сүпләп сыҡтылар. Аҙаҡ аңлатыуҙарынса, баҡтиһәң, былар барыһы ла данлыҡлы Ҡыҙыл Армия өсөн эшләнә була. Ябай эшсе менән крәҫтиәнгә ирек-азатлыҡ килтергән Ҡыҙыл Армия асығырға тейеш түгел. Ә халыҡ аслыҡтан ҡырылһа ла ярай. Ғәжәп, халҡы бөткән илгә ул армияның ни хәжәте икән?..
Ошоғаса ҡыҙылдар тураһында ярайһы ғына яҡшы фекерҙә булған Хәмиттең хәтере ҡала биреп ҡуйһа ла, бөтөнләйгә биҙмәне. Былар бит үҙҙәре өсөн түгел, ә ҡайҙалыр, яҡты киләсәк тип, дошман менән үле­мес­ле алышҡа ингән Ҡыҙыл Армия хаҡына борсолоп-тырышып йөрөй­ҙәр. Ә инде тартып алыуға килгәндә, ошонан кемдең хәләл малын үҙ теләге менән тоттороп ебәргеһе килһен. Хәмиттәрҙең дә, ана, ике баш кәзәһенең бе­ре­һен алып киттеләр. Әсәһе теҙ сүккән көйө инәлеп-ялбарып ҡара­ғайны ла, ҡайҙа ул, ишетергә лә те­ләмә­неләр. Ара­ларынан береһе: «Мөгөҙлө шайтандарыңдың икеһен дә конфисковать итмәгән өсөн рәхмәт әйт, глупая баба! Уныһын балаларың хаҡына ғына ҡалдырып торабыҙ», – тип кенә ебәрҙе. Ҡалдырып торабыҙ, тине бит, тимәк, әле киләсәктәр.
Күп тә үтмәй, ауылдарын икенсе төрлөрәк кейенгән һалдаттар килеп баҫты. Үҙҙәрен донъя кендеге һанап йөрөгән ҡыҙылдарҙан елдәр иҫте. Хатта пулеметлы арбаларын да ташлап ҡастылар. Ярай әле йыйған мал-мөлкәтте ҡайҙалыр оҙатырға өлгөргәйнеләр.
Ҡыҙыл йондоҙлоларҙың ҡотон алғандарҙы, аҡтар, тип йөрөтәләр икән. Улары шулай уҡ халыҡты көпә-көндөҙ таларға тотондо. Шарылдатып таланылар. Әммә ҡыҙылдарҙан һуң уларға артыҡ нәмә ҡалмағайны. Шул иҫәптән Хәмиттәрҙең һуңғы кәзәһе лә аҡтар өлөшөнә төштө.
Аҙна самаһы ваҡыт үттеме-юҡмы ауылды өҫтәмә көс туплай һалып алған ҡыҙылдар ҡабат ҡулға төшөр­ҙө. Был юлы улар оторо асыулы ине. Аҡ ғәскәргә ҡойроҡ болғап йөрөгәнһегеҙҙер әле, тип бер ғәйепһеҙгә кешеләрҙе аттылар, киҫтеләр.
Еңеү ҡыуанысынан ғарҡ булғансы эсеп-туйып, бер-береһен танымаҫлыҡ хәлгә еткән ҡыҙылдар өсөнсө көндө, кемде этә-төртә, кемделер һөйрәкләп, бәғзеләрен туҡмай-туҡмай, халыҡты мәсет алдына йыйҙы. Ҡасып китергә мөмкинлек булыуға ҡарамаҫтан, Хәмит ҡасманы, ни булһа, шул булыр, күрәһе­ләр­ҙе бер­гәләп күрербеҙ, тип соролдаш­ҡан ауылдаштары араһына һыйынды. Күмәк кеше араһында уға ни­сектер хәүефһеҙерәк тойола ине.
һәммәһен дә йыйып бөттөләр, ахыры. Ҡулына оҙон көбәкле маузер тотҡан, ялтыр күн кейемле әҙәм уртаға сығып баҫты.
– Йәгеҙ әле, әрәмтамаҡтар, һөйләп ебәрегеҙ, аҡ осаларға ниндәйерәк һый-хөрмәт күрһәткәнегеҙҙе. Тартынмағыҙ, ҡыйыуыраҡ булығыҙ, – ул асыҡтан-асыҡ мыҫҡыл итә ине.
Барыһы ла шымып ҡалған. Майҙан өҫтөндә – шомло тынлыҡ. Кешеләр аңлай: был урынға уларҙы ҡунаҡ итергә йыймағандар. Улар ҡот осҡос хәл алдында баҫып тора.
– Ни эшләп өндәшмәйһегеҙ, бетле бәндәләр? – Тынлыҡты ҡы­ҙылдарҙың икенсеһе боҙҙо.
– Бына, мәҫәлән, һин, ҡартлас, – маузерлы иң алда торған ауыл имамына төртөп күрһәтте. – Аҡ хөрәсәндәргә беҙҙән йәшереп ҡалдыр­ған нимәңде бирҙең? Алдашмай ғына әйт.
– Минең бер ғәзиз йәнемдән башҡа бирер әйберем юҡ, – мөсһөҙ тауышлы ҡарт ҡыйыу өн­дәште. – Булған хәлдә лә, үҙ иркем, үҙ ризалығым менән тоттормаҫ инем. һеҙгә лә, уларға ла, биғәйбә.
Күҙҙәре аҡайып киткән ҡыҙыл башлыҡ терт итеп ҡалды.
– Аһ, һин, таҙ ҡарт! – тип ыҫылданы ул. һулышы киҫкенләште, үҙе, быума тотҡандай, ҡалтыранды. – Балаларыңдың матур киләсәге хаҡына йән аямай ҡан ҡойған Ҡыҙыл Армияны аҡ сволочтар менән бер рәткә ҡуяһыңмы?! Контра! Провокатор!
Шул мәлдә атыу тауышы яңғыраны. Хәмит ҡурҡышынан сытырлатып күҙҙәрен йомдо, устары менән ныҡ иттереп ҡолаҡтарын ҡыҫты. Олатайҙың ыңғырашҡанын ишетмәҫ, ауып барғанын күрмәҫ өсөн. Ул әкрен генә күҙен асҡанда... күкрәгенән ҡан урғылған олатай салҡан ята ине. Шул рәүешле уның һуңғы мөлкәте – ғәзиз йәненә ҡәҙәре тартып алдылар.

Иҙрис НОҒМАНОВ.
Әбйәлил районы.

(Дауамы бар).










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)