RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бирҙе донъя кәрәкте(Хәтирәләрҙән өҙөк)

21.11.2014 Бирҙе донъя кәрәкте(Хәтирәләрҙән өҙөк)

– Аллам, – ти ул, – ҡамалдым (ҡулға алындым), кафырға ҡол ҡылдың.
– Кем ул кафыр? – тип һорауға:
– Зиндан кафырға моуафик, беҙҙәрҙең динемеҙгә туғры имәҫ, – тип яуаплай.
Бирҙе донъя кәрәкте(Хәтирәләрҙән  өҙөк)Була икән бәндәләр булғас донъя­ла. Жаңсыу үҙе йәш ҡатын. Ә үҙенең бер генә лә һөнәре юҡ. Бөтә эш алдында ла ул – ғәрип йән эйәһе. Үҙеңдән-үҙең уйларһың: «Бындай бәндәнең иректә лә, лагерҙа ла хәжәте бармы икән? Юҡтыр, моғайын. Тәүлек әйләнәһенә Ал­ланы меңәр тапҡыр ҡабатлаһа ла, файҙаһы юҡ, һәр саҡ бер үҙе, һәр саҡ кеше иғтибарына мохтаж ул. Кеше иғтибарынан мәхрүм булыу­ҙан да ауыр хәл булмайҙыр донъя­ла».
Лагерь тормошо килде-китте тигән кеүек: бөгөн былай, иртәгә тегеләй. Лагерҙа йәшәп, уның көндәлек тормошонан ғафилһың. Бер кем дә бер ваҡытта ла ни булырын белмәй. Бер ҡараһаң, лагерь тормошо ярым-йорто хәрби тормош тәртибенә ҡуйылған.
Иртәнге сәғәт өс тирәһендә уянырға һәм урындан ҡуҙғалмай тыңларға ҡуштылар. Исемлектә кем күрһәтелгән, шулар өс минутта, кейемдәрен күтәреп, зона ҡапҡаһы төбөнә барырға тейеш. Өс минутта кемгә ни әйтәһең дә, кем менән хушлашып өлгөрәһең?.. Мин дә, кейем-һалымымды урап-төрөп, зона ҡапҡаһына йүгерҙем. Зона ситенә сыҡҡас, һәр кем төйөнөн төҙәтеп, төрнәп, бер урынға өйөп ҡуйҙы. Үҙебеҙ, урман эсенә ҡарап, тар һуҡмаҡ буйлап атланыҡ. Көндөҙ сәғәт 12-ләр тирәһендә кейем-һалымды тейәгән автомашина беҙҙе уҙып китте. Икенсе машина аҙыҡ-түлек тейәгән. Беҙ теҙелешеп ултырып тамаҡ туйҙырҙыҡ, ял иттек. Шофер кемдеңдер ҡолағына: «Главпунктҡа китеп бараһығыҙ», – тип шыбырлаған.
Таралды арабыҙҙа яңы хәбәр. Имеш, ул лагерҙа йәшәүселәрҙең хисабын белмәҫһең, унда тик ауыр енәйәтселәр генә, ул лагерҙа бурһар исеме алған шалопайҙар юҡ, эше – урман ҡырҡыу, лагерь эргәһендә ҙур йылға бар икән, ашап-эсеү һәйбәт икән... Ошо тәьҫорат менән алға атланыҡ. Юлыбыҙ байтаҡ булып сыҡты. Мәгәр күңел түрендә ауырлыҡ һиҙелә. Бер өйрәнеп ерләшкән лагерҙан айырылыу еңел түгел. Күпме дуҫ-иш тороп ҡалды. Яҡташтарымдан ҡолаҡ ҡаҡтым.
Барып еттек «главпункт»ҡа. Шәх­си карточка буйынса тикшергәс кенә зона ҡапҡаһын үтеп инәһең. Байтаҡ ваҡыт уҙып бара. Беҙгә айырым барактар әҙерләнгән. «Глав­пункт» булһа ла, беҙҙең лагерь күренешенән әллә ни айырмаһы юҡ кеүек күренә күҙгә. Мунсаға барҙыҡ. Өс-дүрт көн ял иттек. Ошо ваҡыт эсендә хәл-әхүәл менән таныштыҡ. Гел урта йәштәге, оло йәштәгеләр ҙә күҙгә салына.
Себер юлын беренсе тапҡыр атлағанда осраған дуҫтар ҙа был лагерҙа икән. Лидия Бауман менән ҡосаҡлашып-көлөшөп күрештек. Лидия: «Мин УРЧ-ла эшләйем, – тине. – Кемгә ҡайтырға ҡағыҙ килә, мин хәбәр итәм».
Лидиям был лагерға килгәнсе үҙенең һарғылт дохаһын урлатыуын һөйләне. Мин дә байтаҡ кейем-һалымдың юғалыуын өҫтәп һөйләнем. Ләкин ҡайғырманыҡ: «Кейергә кейем бирелә, урманда доханың ни хәжәте бар», – тип тынысландыҡ.
Бригадалар иртән эшкә киткәндә, «Каховка» йырын яңғырата. Урман төпкөлөнән ошо йырҙың һүҙҙәре һаман да ишетелә. Кис тә бригадалар ошондай йыр менән ҡайта.
Был лагерҙа миңә төрлө эштәрҙе үтәргә тура килде. Бер көн баш табипҡа саҡырҙылар, һаулыҡты тикшереп: «Иртәгә кухняға һауыт- һаба йыуырға барырһың», – тинеләр. Кухняла баш ашнаҡсы бар икән. Әллә нисә ҡаҙан, әллә нисә духовка, һәр кем үҙ эшен белә. Тик һауыт-һаба йыуыусы мин генә. Миңә лә ҡайнар һыу әҙерләп бирәләр. Иртәнге аш ашау сәғәт алтыла башлана. Иң алдан урман эшселәрен ашатаһың. Бригадалар күп булһа ла, шау-шыу сығармайҙар. Унан һуң зона эсендәге эшселәр килә, шунан контора хеҙмәткәрҙәре. Әллә ниңә бында «глав» тигән һүҙ ҡулланыла. Конторала ла главмастер, главинженер, главбухгалтер кеүектәр донъя хәтле. Бөтәһе лә – тотҡон. Мәгәр уларға аш-һыу айырым бешерелә. Улар күберәк сәй эсеүсән. Улар өсөн тәмле печенье – галет әҙерләнә. Улай-былай итеүгә сәғәт 12 була. Урман эшселәренә көндөҙгө аш әҙерләп тә ҡуйылған. Ҙур һауыттарға тултырып, эш өҫтөнә һоло бутҡаһы оҙатыла. Дежур булған кешегә иҫәп-хисапта белгес булыу мөһим. Ул ашау нормаларын бүлә лә, өләшә лә. Һәр кешегә тейеш ризыҡ өлөшө бер грамм да кәм булмаһын. Шуны талап итәләр.

* * *
Һауыт-һабаны тәртипләп, өҫтәлдәрҙе таҙартып бөткәс, әҙерәк буш ваҡыттан файҙаланып, осо-ҡырыйы күренмәгән кухняны айҡап сыҡтым. Оҙон-оҙон өҫтәлдәрҙә һалма өсөн йәйелгән ҡамыр күрәм, ҡара хисапҡа ике йөҙ самаһы булыр. Урал төпкөлөндә йәшәгәндә, хәлле кешеләр дүртәр-бишәр баш ҡорбан сала, шулай күп итеп туҡмас әҙерләй торғайны. Беҙ, бала-саға, ит тураған олатайҙар эргәһендә үпкә-бауыр, һалма ашап, һурпа эсеп китәбеҙ. Мәгәр бында күберәк күренә күҙгә. Кухняла эшләүселәр­ҙең бөтәһе лә аҡ халат кейгән. Бында кемдең ниндәй эш атҡарыуын бер ҡарауҙа төшөнөп булмай. Ике йөҙ самаһы йәймә-туҡмасты ҡырҡып бөтөү анһат түгелдер, тип уйланым. Ҡулайлы үткер бысаҡ алдым да: «Мин дә һеҙгә туҡмас ҡырҡышам», – тинем. Беҙҙең халыҡҡа туҡмас ҡырҡыу һөнәре ят түгел. Мине әсәйем 10 йәштәр самаһында күнектерҙе ул эшкә. Һуҙылып киткән өҫтәлдәр буйынса дүрт-биш кеше теҙелешеп туҡмас ҡырҡабыҙ. Эш көсөргәнешле, ауыҙ асып һүҙ һөйләшергә ваҡыт юҡ. Ул-был иткәнсе урман эшселәре ҡайтыр.
Өс-дүрт көн үтте. Һауыт-һаба йыуам. Һәр көн сәғәт ун ике менән өс араһы тынысыраҡ була. Был ваҡытта кухня эшселәре тамаҡ ялғай. Кем ни теләй. Күберәк сәйгә ҡарап көрөшкә һуҙалар. Ғәҙәттә, ошо ваҡыт араһында лагерь нарядсыһы тамаҡ туйҙырып китеүсән. Бөгөн дә килде ул. Һәр саҡ ҡулында күп һанлы ҡағыҙ киҫәктәре күрәһең. Нарядсы бөгөн яйлап сәй ҙә эсмәне, ашығыс йомоштары күп, күрәһең. Минең фамилиямды һорашты. Баш аш бешереүсене эргәһенә саҡырып:
– Һеҙҙең запискағыҙ буйынса бына был кеше һауыт-һаба йыуыуҙан бушатыла, һеҙҙең ҡарамаҡҡа өсөнсө дәрәжәле повар вазифаһына йөкмәтелә, – тине. 
Баҫып торған урындан ҡуҙғалыр­ға хәлем етмәй кеүек һиҙҙем үҙемде. Ҡәһәр һуҡһын, тип мине кухня эшенә ебәреүсе табипты ҡарғаным. Бығаса ауыҙ асып һөйләшмәгән баш ашнаҡсыға һүҙҙәр әйтеп ташланым.
– Ашнаҡсы... Ул ни тигән һүҙ? Күп һанлы кешегә төрлө-төрлө аш бешереүҙе мин ҡайҙан беләйем? Иректә саҡта үҙ ғаиләмә тәмле аштар бешерергә ваҡытым юҡ ине, – тинем.
– Ҡайғырма, – тине баш ашнаҡсы, – өйрәнәһең, өйрәтермен. Һи­нең оҫта итеп туҡмас ҡырҡа бе­леүең дә өсөнсө дәрәжә ашнаҡсы була алыуға яуап бирә. Булмаһа, тик туҡмас ҡырҡырһың да торор­һоң, – тип көлдө.
– Ҡәһәр һуҡҡан, – тип үҙемде үҙем әрләнем. – Кеше эшенә ниңә ҡыҫылырға?! – тип үкендем. Ана шул икән хәйләһеҙлек. Үкендерә икән хәйләһеҙ булыу.
Баш ашнаҡсы Ян Янович Гайдук ҡулында мин дә ашнаҡсы булып эш башланым. Бер ҡарағанда, Ян Яно­вич Гайдук менән бергә эшләү үкенерлек тә түгел, ул – ысын мәғәнәһендә аш-һыу оҫтаһы. Уның ҡу­лында бер генә йыл самаһы эш­ләһәң дә, юғары дәрәжәле ашнаҡсы булыуға шик юҡ. Йәше ҡырҡ биштәр самаһында. Шул тиклем тәрбиәле, мәҙәниәтле. Яңылыш ҡына ла насар һүҙ әйтмәҫ. Ян Янович венгр иленән. Үҫмер сағында уҡ Совет иленә ҡасып сығырға хыялланған. «Ун йылдар самаһы ашнаҡсы һөнәрен үҙләштереп, аш- һыу күргәҙмәһендә беренсе дипломды алдым», – ти ул.
– Сит илгә ҡасып сыҡҡас, ул кеше закон буйынса ике йылға хөкөм ителә. Мин дә шулай хөкөм ителдем, – ти ул. – Хөкөм ваҡыты тулыу көндәре ошо утыҙ етенсе йылғы ваҡиғаларға тура килде. Мине, «шпионлыҡ» маҡсатын күҙәткән, тип ҡайтарманылар.
Ян Янович венгр илендә ауыр шарттарҙа тормош юлы үткән. Венгр Коммунистар партияһы ағзаһы булараҡ, аяуһыҙ ҡатмарлы бурыстар үтәгән. Ашнаҡсылыҡ һөнәре уның, бер ҡарағанда, күҙ буяу булһа, икенсенән, был һөнәргә тикшереү органдары сәйәси әһәмиәт биреүгә өлгәшә алмаған. Ашнаҡсылыҡ һөнәре сәйәси мәсьә­ләгә ҡағыла, тип кем уйлаһын. Ә Совет иленә ҡасып сығыуын үҙе генә хәл итмәгән. Ян Янович – аҡыл эйәһе. Уның капиталистик илдәр­ҙең беҙҙең илгә ҡарата тотҡан планын, хатта айырым йәшерен серҙәрен дә белеп һөйләүенә ҡолаҡ һалам. Әле Икенсе донъя һуғышы башланмаған, мәгәр Германия фашизмының ҡанлы һуғышҡа әҙерләнеүен, шул саҡта уҡ Гитлерҙың: «Миңә Рәсәйҙең халҡы ҡол яһау өсөн кәрәк, икмәкле Украинаһы, шыңғырлап торған икһеҙ-сикһеҙ тайгаһы кәрәк», – тигән һүҙҙәрен әйтеп ҡуя ине.
– Беҙ тайгала йәшәйбеҙ. За­уыҡ­тырғыс икән тайга урманы. Мәгәр был байлыҡ фашист ҡулына эләкмәҫ, – ти торғайны ул.
Һәм дөрөҫ тә, фашизм күпме көс һалмаһын, тайгаға хужа булыу түгел, үҙ илендә, үҙ ерендә тар-мар ителде. Бер уйлаһаң, ошо тоғро ҡараш хисе диңгеҙендә йөҙәһең.
Ян Яновичтың мин белмәгән бер әҙәм менән ят телдә һөйләшеүенә иғтибар иттем. Теге иптәш дежур булып килгән, аҙыҡ-түлек ҡабул итә, иртәнге ашҡа, көндөҙгө нормаларҙы хисапҡа ала. Баш ашнаҡсы мине иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Ҡулымдан етәкләп:
– Бына һине бер егет менән таныштырам, – тине лә кухня дежурына килеүсенең алдына алып барып баҫтырҙы. – Был беҙҙең Ася. Ҡайһы илдән килгән, уны кем белгән. Минең ярҙамсым, өсөнсө дә­рәжәле повар.
Ҡаршымда ҡара бөҙрә сәсле, ҡара күҙле, оҙон буйлы, ләкин бик ябыҡ ир баҫып тора.
– Исемем Георгий, – тине теге кеше. – Болгар иленән. Мәскәүҙә йә­шәй инем. Болгария Ком­му­нистар партияһының йәшерен гәзите сотруднигы. Коминтернда Геор­гий Димитров менән бергә хеҙмәттәш булдыҡ.
Күңелем түрендә күпме изге хис һаҡланһа, шуның бөтәһен дә бүләк билдәһе итеп, баш эйҙем уның ҡаршыһында. Гәзит, редакция хеҙмәткәрҙәре, партия етәксеһе булған юлдаштар алдында юғалып ҡалыу­санмын.
Георгий дежур булған төндә лагер­ҙа мажара ҡупты. Ваҡытһыҙ ваҡытта, төн уртаһында тигәңдәй, эшкә саҡырыу тауышы яңғыраны. Бөтәбеҙ ҙә уяндыҡ. Мин кухняға йүгерҙем. Зона эсе ат егелгән арбалар менән тулған. Күпселек баракта әҙәм заты юҡ. Кухняла һауыт-һаба тауышы яңғырай. Ҡаҙандарҙы һурып алып, арбаларға тейәп йө­рөй­ҙәр. Баш ашнаҡсы: «Күсеп китәбеҙ», – тигән һүҙҙе әйтеп өлгөр­ҙө.
Приказ буйынса, һәр кемдең кейем-һалымы үҙ урынында ҡалыр­ға тейеш. Күҙ асып йомғансы зонала эт һуғыр әҙәм ҡалманы. Күсеп киттек тә барҙыҡ. Был беҙҙең күсмә тормошто ҡабат-ҡабат минең күҙ алдыма баҫтырҙы. Беҙ ҙә шулай оҙон арбаларға ҡорот ҡайната торған ҙур ҡаҙандарҙы, ҡымыҙ күнәктәрен һәм башҡа һауыт-һабаны тейәп китә торғайныҡсы.
Приказ буйынса, дауахана, контора, кухня, мунса эшселәренә яртылаш ҡыҫҡартыу булған. Мин дә кухня хеҙмәтен ҡалдырҙым. Бер ҙур йылғаның киң яланына барып урынлаштыҡ.
Йылы яҙ башланды. Алыҫ-алыҫ юлдар үтеп, әллә күпме баржа килгән. Төп иғтибар уларҙың бөтәһен ҡыҫҡа ваҡытта бушатыуға, уларҙы тағы ла үҙ юлына оҙатыуға йүнәлтелгән. Аяуһыҙ яуаплы «кампания» был, Себер халҡының ҡышҡы аҙыҡ-түлеге. Бер урында һоло ярмаһынан тауҙар өйәбеҙ, икенсеһендә – арпа. Балыҡ тултырылған мискәләр... Бөтәһе лә – халыҡ ризығы. Әйтерһең дә, көҙгө иген урып-йыйыу мәле башланған.
Һаҡсылар-конвойҙар беҙгә күҙ ҙә һалмай. Улар ҙа үҙҙәренсә яҙҙың хозурлығынан файҙалана. Кем балыҡ тота, кем һыуҙа йөҙгән өйрәк-ҡаҙҙарҙы таяҡ менән һуғып ала.
Аш бешереүселәр ярма-ондо зоналағы кеүек үлсәп алмай. Ашауға сик ҡуйылмаған. Хатта көнөнә дүрт-биш тапҡыр ашау ойошторола. Етәкселек беҙҙең тырыш хеҙмәтебеҙҙән риза.
– Ауыр булһа ла, түҙегеҙ, ошо кампанияны ваҡытында үтәй алһаҡ, һеҙгә ял бирелә, – тип вәғәҙә бирәләр.
Аяҡтан йығылырлыҡ хәлгә етмәгәнбеҙ. Хөкүмәттең мөһим бурысын үтәүгә кем ҡамасаулыҡ күрһәтһен. Беҙҙең халыҡтан булмай ул. Әйткәндәй, беҙҙең был лагерҙа бер генә лә тегендәй-бындай енәйәтсе юҡ. Тик беҙ генә – бер төрлө ғәйепләнеүселәр. Шулай булһа ла, етәкселек беҙгә яман күҙ менән ҡарамай, бәлки, ғәйепһеҙ ғәйеплеләр икәнде төшөнәләрҙер.
Аҙна-ун көн самаһында беҙ үҙ эшебеҙҙе еңеп сыҡтыҡ. Йөк баржалары яҙ көнө һыу тәрән саҡта бер туҡтауһыҙ килеп тора. Башҡа лагер­ҙарҙан беҙҙең кеүек күсеп киләләр ҙә, аҙналап ятып, үҙ сираттарын үткәрәләр. Яҙғы эш – баржа бушатыу, һал ағыҙыу. Беҙ ҙә бер йылға буйында һал ағыҙыуҙа эшләнек. Фин егеттәре һәм ҡатындары был һөнәргә айырыуса һәләтле. Беҙ яр башына бүрәнә тәгәрәтәбеҙ, улар тимер таяҡ менән тартып алып, тимер бау менән бәйләй.
Күрше лагерҙан килгән һалсылар беҙҙең менән бергәләп төшкө аш ашаны. Улар араһында яҡташтар юҡ. Шулай ҙа: «Һеҙҙең лагерҙа фәлән-фәлән кешеләр, Батыров юҡмы?» – тип һорап ҡуйҙым.
– Батыров беҙҙең лагерҙа, ул зонала эшләй, грамота ҙур уның, – тип һөйләп алып китте бер татар ағайы. – Беҙгә аяҡ һауыттары әҙерләй, – тип аяғындағы сабатаһын күрһәтте.

Хөснә ЮЛДЫБАЕВА










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)