RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Төньяҡ-көнсығыш райондар йәштәре лә шаярта белә

07.11.2014 Төньяҡ-көнсығыш райондар йәштәре лә шаярта белә

Төньяҡ-көнсығыш  райондар йәштәре лә шаярта беләБашҡорт Юниор КВН лигаһы, ниһайәт, беҙ­ҙең тарафтарға килеп етте.
27 октябрҙә Мәсәғүт район мәҙәниәт һарайында төньяҡ-көнсығыш зона фестивале үтте. Унда барлығы 15 команда үҙ-ара көс һынашты.
Фестивалдең “Заман эҙенән” темаһын һәр ко­манда үҙенсә асыуға өл­гәшкән. Айырыуса “Өс тармаҡ” (Ҡыйғы районы, Иҫке Мөхәмәт мәктәбе), “Баш­Star” (Салауат, Әлкә), “Ҡый­ғы шаяндары” (Үрге Ҡыйғы), “Замана балалары” (Оло Ыҡтамаҡ башҡорт гимназияһы), “Ғәләмәт йәштәр” (Салауат, Тирмән) командаларының шаяртыу­ҙарын шығырым тулы зал алҡыштарға күмде. Сараны алып барыусы Радик Ғиззәтов белдереүенсә, “Баш­Star”­ҙың сығышынан һуң Әлкә ауылын барып күрге килде. Тирмәндәр ни өсөн ауылда ғәләмәт йәштәр йәшәүе серен асһа, Учалынан “Тик ҡыҙҙар” командаһы ағзаһы, рус егете Никита башҡортса һөйләшеүе менән һоҡландырҙы…
Егет-ҡыҙҙар йырланы, бейене, төрлө актуаль проблемаларҙы күтәрҙе, башҡорт телен һаҡларға саҡырҙы. Күптәр КВН-сы сифатында сәхнәгә тәүге тапҡыр сығыуына ҡарамаҫтан, баҙап, юғалып ҡалманы.
Командаларҙы мәртәбәле жюри – “Шаяндар һәм отҡорҙар клубының Баш­ҡорт асыҡ лигаһы” БР төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Урал Кәримов, Салауат райо­ны хакимиәтенең мә­ғариф бүлеге методисы Сажиҙә Миһранова, Дыуан районы мәғариф бүлеге методисы Илгенә Мөхәм­мәтова, КВН-сылар, “Өтөр” (Өфө) командаһы егеттәре Рәмил Ғафаров менән Азат Низаметдинов баһаланы.
Шулай итеп, төньяҡ-көнсығыш зона фестиваленең һөҙөмтәләре.
Беренсе урын – “Төньяҡ амурҙары” (Республика лицей-интернаты), икенсе урын – “Тик ҡыҙҙар” (Учалы ҡалаһы), өсөнсө урын – “Арый туҡталышы” (Арый, Дыуан районы).
Иң яҡшы ир-егет роле – Илмир Ғәлләмов (“Төньяҡ амурҙары”), иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле – Илзирә Ильясова (“Тик ҡыҙҙар”), иң яҡшы миниатюра – “Шаяндар” (Лағыр, Салауат районы), иң яҡшы шаяртыу – “Төньяҡ амурҙары”.
Фестиваль асышы – “Кесерткән” (Мәсәғүт педагогия колледжы) һәм “Ҡара юрға” (Мәсәғүт лицейы).
Уларға дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Бынан тыш, Дыуан, Салауат, Ҡыйғы, Мәсетле райондары хакимиәттәре вәкилдәре үҙҙәренең ко­мандаларын бүләкләне. Мәҫәлән, Ҡыйғы районы хакимиәтенең йәштәр эш­тәре буйынса комитетының баш белгесе Илдар Шәрә­фетдинов “Өс тармаҡ” менән “Ҡыйғы шаян­дары” командаларына принтер бүләк итте.
Фестивалдән һуң жюри ағзалары ярымфиналға үт­кән командаларҙың сығыштарына төплө, профессиональ анализ яһаны, тәҡдимдәрен еткерҙе. Тамаша­сыларҙың фекерен иҫәпкә алып, “Ҡара юрға” командаһы ла Өфөлә үтәсәк уйындарға саҡырыу алды.
“Уйындан бик ҡәнәғәтбеҙ. Барлыҡ командалар ҙа бик көслө. КВН-да ҡатнашыу күңелде ҡанатландыра, уны ойоштороусы апай-ағай­ҙарға ҙур рәхмәт!” – тип таралышты уҡыусылар.
Илнур ХӘБИБУЛЛИН.

Дыуан районы.

Автор фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)