«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Ҙур талант эйәһе



22.09.2014 Ҙур талант эйәһе

Ҙур талант эйәһеБашҡортостан менән Та­тарстанды тоташтырып торған Илеш районы таланттарға, фән белгестәренә бик бай төбәк.
Ике республиканы ла сәнғәт, әҙәбиәт һәм фәнни асыштар менән тулыландырыусылар сафында был район вәкилдәре бик күп. Иҫке Күктау ауылында тыуып үҫкән билдәле композитор, бик күп популяр йырҙар авторы (“Төнгө урам”, “Араларҙа ай ғына”, “Әсе-әсе”, “Бәхетлемен”), ҙур талант эйәһе Мөҙәрис Ғәзетдинов тап шундай кешеләрҙең береһе. Уның береһенән-береһе моңло, күңелдәрҙе күтәрер, йә бер аҙ һағышландырыр йырҙары татар һәм башҡорт эстрадаһының хиттарына әйләнә. Башҡортостанда бер генә концерт та уның йырҙарынан башҡа үтмәй.

20 йыллыҡ ижади ғүмерендә Мөҙәрискә бик күп талантлы башҡорт йырсыһы менән эшләү бәхете тейгән. Хәйер, уның менән эшләгән йырсылар күпкә бәхетлерәктер ҙә. Фидан Ғафаров, Ғәзим Ильясов, Айгөл Һағынбаева, Фәдис Ғәниев һәм Лилиә Биктимерова, Хәсән Усманов, Гөлсөм Бикбу­ла­това, Айҙар Ғәлимов… Был исемлекте әллә күпме дауам итергә лә булыр ине.

Таланттарҙың күңелен ижадҡа әйҙәүсе, илһам биреүсе өсөн яҡындарының, яратҡан кешеләренең матур тормошта йәшәүе лә мөһим. Мөҙәрис Ғәзетдиновтың тормош иптәше Люциә ханым уҡытыусы булып эшләй, ижад кешеһе. Күңел хистәрен, кисерештәрен шиғыр юлдарына һала. был ғаилә пары бергәләшеп 50-гә яҡын йыр ижад иткән. Балаларында ла, кескәй булыу­ҙарына ҡарамаҫтан, таланттары асыҡ күренә. 3-сө класта уҡыусы Рөстәм баянда уйнай, ә быйыл ғына мәктәпкә барған Азалия йырларға ярата.

Тынғыһыҙ, уңған ижадсы Өфө тамашасыларын йыл да үҙенең йырҙарынан торған концерт менән ҡыуандырып тора. Концерт миҙгеле асылыуға Мөҙәрис ҙур тамаша әҙерләй. Башҡортостан “йондоҙ”ҙары Фәдис Ғәниев, Лилиә Биктимерова, Айгөл Һағынбаева, Гүзәл Диникеева, Ришат Ғәлиханов менән берлектә Татарстан ҡунаҡтары Хәниә Фәрхи, Ирек Зарипов һәм башҡа бик күп йәш йырсы ҡатнашлығындағы ҙур концерт бөгөн Йәштәр мәҙәниәт һарайында уҙасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға