«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » “Бөйөк дала” киңлектәре



29.08.2014 “Бөйөк дала” киңлектәре

“Бөйөк дала” киңлектәре
“Бөйөк дала” киңлектәре23 августа Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында “Бөйөк дала” III асыҡ республика рок-фестивале үтте. Сараны БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Хәйбулла районы хакимиәте ойошторҙо. Фестивалде үткәреү урыны итеп юҡҡа ғына Хәйбулла районы һайланмаған. Иге-сиге күренмәгән сал дала тап Хәйбулла ерендә тамамланып, бында йырҙарҙа йырланған бөйөк Урал тауы башлана. Башҡорт мәҙәниәте тарихында ла хәйбуллалар ҙур урын биләй. Рок йүнәлешендәге йыр сәнғәте был төбәктә күптән йәшәй, йылдам үҫешә. Фестивалдә ҡатнашыусыларҙың күбеһе – төркөммө ул, дуэтмы, йә булмаһа, яңғыҙ башҡарыусымы – Хәйбулланан ине. “Бөйөк дала” – әһәмиәте, үҙенсәлеге, асыштары менән Хәйбулла районының Мәҙәниәт йылында бренд сараһы булып ҡаласаҡ.

Башҡорт рок йүнәлешендәге йырҙарҙы популярлаштырыу, ра­йон йәштәрендә ватансылыҡ той­ғоһон тәрбиәләү, башҡорт рок-төркөмдәрен берләштереү, милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыу, ижади-художестволы позициялар­ҙы билдәләү һәм композиторҙар, авторҙар, башҡарыусылар араһында яңы исемдәр табыу, уларҙың ижади кимәлен арттырыу маҡсатында үткәрелгән фестиваль ҡуйған бурыстарын тулыһынса үтәне тип әйтергә була. Быйыл унда Башҡор­тостандың 8 төбәгенән, Ырымбур өлкәһенән һәм Ҡаҙағстандан 15 төркөм, 10 айырым башҡарыусы ҡатнашырға теләк белдерҙе.

Сараны фестиваль ҡунаҡтары – “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө асып ебәрҙе. “Путь к своим” (Бөрйән райо­ны), “Уралтау” (Ейәнсура райо­ны), “Бәйембәт” (Күгәрсен районы), “Аҡтамыр”, “Аҡъяр”, “Глинтвейн”, “Индивид”, “РУХ” (Хәйбулла райо­ны), “Кис” (Сибай ҡалаһы), “Нектория” (Өфө ҡалаһы) коллективтары һәм Ҡаҙағстан ҡунаҡтары – “Жастарс” үҙҙәренең оҫталығын күрһәтте. Яңғыҙ башҡарыусылар араһында Айгөл Ильясова (Күмер­тау), Илнур Кәримов (Сибай) һәм Линар Хөсәйенов (Хәйбулла) үҙенсәлекле башҡарыу оҫталығы менән айырылып торҙо. Ә инде сәхнәгә Әлфиә Әхмәтова һәм Эмелия Кәримова дуэты сыҡҡас, халыҡ аяҡ үрә тороп алҡышланы.

Фестивалде ойоштороусылар­ҙың береһе, режиссер Миңлегөл Солтанғужина билдәләүенсә, ҡатнашыусыларҙың кимәле йылдан-йыл үҫә: “Тәүге йылдарҙа беҙ саҡырыуҙар ебәреп ҡатнашыусылар йыйғайныҡ. Ә быйыл инде үҙҙәре ҡатнашырға теләк белдереүселәр күп булды. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, финанс проблемалары арҡаһында күптәр көнө еткәс килә алмай ҡалды. Көткән ҡунаҡтарҙың барыһы ла килһә, рок йүнәлешенә ҙурыраҡ иғтибар булыр ине. Башланғыс булараҡ, сараның уйлап еткерелмәгән яҡтары ла бар, әлбиттә. Киләсәктә уларҙы бөтөрөү йүнәлешендә эшләйәсәкбеҙ. “Бөйөк дала” йылдан-йыл ҙурайып, иркенәйеп, халыҡ-ара фестивалгә әйләнер, тигән ышаныста ҡалабыҙ”.

Сараның ҡыҙыу мәлендә Орск ҡалаһы ҡунаҡтары тамашасыларға утлы акробат-экстремаль шоу тәҡдим итте. Шулай уҡ фестивалде Ырымбур өлкәһе Гай ҡалаһының “FENRIR MG” мотоклубы байкерҙары, Орск ҡалаһы парашютсыларының сығыштары ла биҙәне. Рок- фестиваль ди-джей “ХАН”, “Бү­реләр” төркөмө сығышы һәм фейерверк менән тамамланды.

Гөлнур ҠЫУАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға