«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Уйна, гармун, уйна өҙҙөрөп!



08.08.2014 Уйна, гармун, уйна өҙҙөрөп!

Ишембай районының Һайран ауыл мәҙәниәт йортонда үткән “Гармун менән ҡурай сәхнәне урай” тип аталған халыҡ инструменттары конкурсында һынау тотҡан һәүәҫкәр артистарҙың һәммәһенә беренсе урын бирерлек.

Уйна, гармун, уйна өҙҙөрөп!Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн был музыка ҡоралында уйнаусылар һирәк. Элек ауылдарҙа йорт һайын оҫталар булһа, хәҙер тотош районда ундайҙарҙы бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Ололар хәтерләүенсә, гармунсы ауылда беренсе кеше иҫәпләнгән, гармун уйнамаған егеткә хатта ҡыҙҙар ҙа ҡарамаған. Заман башҡа – заң башҡа, тиһәң дә, бер нисә йыл элек Ишембай районында ла гармунсылар конкурстары үткәрелеүен күптәр иҫләйҙер. Һәм бына бөгөн килеп ошо матур йоланы тергеҙеү, әлбиттә, бөтә моң һөйөүселәрҙе дәртләндерҙе. Һайран ауыл мәҙәниәт йортонда уҙғарылған “Гармун менән ҡурай сәхнәне урай” тип аталған халыҡ инструменттары конкурсына тиҫтәләгән һәүәҫкәр артист йыйылды. Бөтә районды берләштергән ҙур тантана Мәҙәниәт йылына арналды.
– Мәҙәниәт йылында районыбыҙҙа республика хөкүмәте, муниципаль район хакимиәте тарафынан мәҙәниәт өлкәһенә ҙур иғтибар бүленә. Быйыл Ишембайға мәрхәмәтлек үҫеше фондынан Этҡол ауыл мәҙәниәт йортон һәм ҡала сәнғәт мәктәбен капиталь ремонтлауға ҙур сығымдар тотонолдо. Шулай уҡ ауылдарҙағы мәҙәниәт усаҡтарын ремонтлау өсөн дә аҡса бүленде. Үткән йылдар менән сағыштырғанда, үҫеш ҙур. Бынан тыш, Мәҙәниәт йылында районыбыҙҙа бер-бер артлы матур саралар үтеп тора һәм айырыуса ауыл ерендә, эштәрен ҡалдырып, мәҙәниәткә ылыҡҡан кешеләрҙең күп булыуы һөйөндөрә, – тип билдәләне үҙ сығышында район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Шаһиева.
Гармунсыларҙы, ҡурайсыларҙы, ҡумыҙҙа һәм мандолинала уйнаусыларҙы барлап, боронғо милли көйҙәребеҙҙе халыҡ күңеленә еткереү, яңы таланттар асыу маҡсатында уҙғарылған байрам йыр-моңға күмелде.
– Байрамды ойоштороуҙа район хакимиәтенең, мәҙәниәт бүлегенең, Һайран ауыл хакимиәте башлығы Әминә Мәһәҙиеваның, ауыл мәҙәниәт йорто директоры Зөлфиә Ғәзизованың, художество етәксеһе Әлфирә Ҡаҙаҡҡолованың, Һайран-Арлар-Хажы ауылдары үҙидаралығы башлығы Шәкирйән Фәхрет­ди­новтың тырышлығы ҙур, – ти конкурсты баштан алып аҙағына ҡәҙәр уйлап, сценарийын әҙерләүсе, мәҙәниәт бүлеге методисы Гөлнара Хәйбуллина.
Сәхнәгә тәүгеләрҙән булып Һайран ауылынан Наил Шәрипов­тың ғаиләһе күтәрелде. Ғаилә башлығының өҙҙөрөп – гармунда, улының – ҡурайҙа, ә кескәй ҡыҙының мандолинала уйнауы күңелгә ғорурлыҡ тойғоһо өҫтәне. Йәш­тәрҙе мөхәббәт хисенә күмеүсе, ололарҙы йәшлеккә алып ҡайтыусы моңдарҙы яңғыратырға тип, сәхнәлә бер-береһен яңғыҙы, йә ансамбль менән күтәрелеүселәр алмаштырып торҙо. Баян, гармун тартыуҙа сәлихтәр, ишәйҙәр, биксәндәр, арларҙар, яңы әптектәр, кинйәбулаттар үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте. Әптектәр менән көҙәндәр ҡурайҙа оҙон көй һуҙып, тирә-яҡты ғәжәйеп моңға күмде.
Тормошо менән дә, дәрте менән дә йәштәргә өлгө булған Фәйзелғаян Ғималетдинов, бәйгенең иң оло ҡатнашыусыларының береһе булыуына ҡарамаҫтан, тыуған ауылы Һайранға арналған шиғырын уҡып, тыпырлатып баҫты.
– Ишәйҙә “Хазина” ансамблендә бейеп, йырлап йөрөйөм. Күңел һаман да йәш, йәшәргә иҫәбем бар әле. Хәҙер бына ейәнем, ейәнсәрем менән өсәүләп бейейбеҙ. Бейеү ул кешегә һаулыҡ килтерә. Юҡҡа ғына башҡорт халҡында “хәрәкәттә – бәрәкәт” тимәгәндәр. Йырсы булып тыуалар, ә бейеүсе булыр өсөн көнө-төнө үҙ өҫтөңдә эшләргә кәрәк, – тигән фекерҙә Фәйзелғаян ағай.
Конкурста ҡатнашыусы иң абруйлы кеше етмеште уҙһа, иң йәштәренең береһе яңы ғына һигеҙен тултырған. Ғәлиә Шәри­пова байрамға ғаилә ансамбле менән килгән.
– Тәү тапҡыр, мандолинала уйнарға өйрәнәм тип, Әнүәр ағай Ниғмәтуллинға барғанда: “Бәлә­кәйһең әле, булдырмаҫһың”, – тигәйне. Бөгөн мандолинала яратып “Башҡортостан”, “Хәтирә”, “Бөрлөгән”, “Һарыбай”, “Түңәрәк күл”, “Ишмырҙа” көйҙәрен баш­ҡарам, – ти ҡыҙ.
“Гармун менән ҡурай сәхнәне урай” халыҡ инструменттары конкурсында һынау тотҡан һәүәҫкәр артистарҙың һәммәһенә беренсе урын бирерлек ине. Шулай ҙа гран-приға Яңы Әптек баянсыһы Таһир Хәмзин лайыҡ булды. Беренсе урынды Арлар ауылынан Айгиз Ибәтуллин менән Әптектән ҡурайҙа өҙҙөрөүсе Альфред Дилмөхәмәтов бүлеште. Ишәй ауылының “Моң” халыҡ инструменттары ансамбле менән Биксәндән Ниғмәтуллин­дар ғаиләһе лайыҡлы рәүештә икенсе урынды алды. Байғужанан думбырала уйнаусы Альбина Әмирова менән Яңы Әптектән гармунсылар триоһы өсөнсө булды. Конкурсанттарҙың һәр береһе төрлө-төрлө номинацияларҙа бүләкләнде.
Тынмаһын ҡурай моңо, яңғырат­һын гармун ауылдарҙы!

Гөлназ ХАЛИҠОВА.

Ишембай ҡалаһы.

Автор фотолары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға