«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » «Юлдаш» йыры» таланттар аса



01.08.2014 «Юлдаш» йыры» таланттар аса

Күптән түгел “Юлдаш” йыры” республика асыҡ конкурсының сираттағы туры үтте. Уның һөҙөмтәләре буйынса утыҙға яҡын үҙешмәкәр башҡарыусы йомғаҡлау турына һайлап алынды.

“Юлдаш” йыры” бәйгеһе быйыл 5-се тапҡыр үткәрелә. Ул күптәр өсөн ҙур сәхнәгә юл ярырға булышлыҡ итә. Быйыл 80-гә яҡын яҙма ҡабул ителгәйне. Ҡатнашыусылар араһында йәштәр, оло быуын кешеләре, төрлө һөнәр эйәләре бар.

Конкурсҡа тәҡдим ителгән һәр яҙманы баһалама ағзалары иғтибарлап тыңланы. Әйткәндәй, быйыл уның составына танылған шағирә Гүзәл Ситдиҡова, Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева, популяр йырсы, продюсер Рөстәм Ғиззәтуллин, 2013 йылда “Юлдаш” йыры” конкурсында гран-при яулаусы М.Садиҡов, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһының директор урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров ингәйне. Улар ҡатнашыусыларҙың башҡарыу оҫталығы, репертуары хаҡында фекер алышты.

– Сит төбәктәрҙән күпләп килеүҙәре ҡыуаныслы. Халыҡ йырҙарын, бигерәк тә һирәк яңғырағандарын башҡарыусылар күп. Был да бик ыңғай күренеш, – тине Гүзәл Рамазан ҡыҙы.

Нәфисә Тулыбаева әйтеүенсә, ҡатнашырға йөрьәт иткән һәр кем маҡтауға лайыҡ.

Конкурсанттарҙы хәҙер етди ижади эш көтә. Гала-концертҡа тиклем һәр ҡайһыһы тураһында Башҡортостан юлдаш телевидениеһында һәм “Ҡурай” каналында тапшырыу әҙерләнә, уларҙы тамашасыға танытыу күҙаллана. Өсөнсө турға үтеүселәрҙең тулы исемлеге “Юлдаш” каналының сайтында бирелә. Өфө тамашасыһы үҙҙәре яратып өлгөргән башҡарыусыларҙы, халыҡ таланттарын 17–18 октябрҙә гала-концертта күрә аласаҡ.

С. ӘХМӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға