«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Дәрте лә бар, дарманы ла, һандуғастай тауышы ла!



04.07.2014 Дәрте лә бар, дарманы ла, һандуғастай тауышы ла!

“Тынғыһыҙ, тиктормаҫ, әүҙем малай”, – ти Арыҫлан Шәмсет­диновты белгән кешеләрҙең бөтәһе лә. Ысынлап та, ошо арала XXII Бөтә Рәсәй “Гренландия” автор йырҙары фестиваленең дипломанты исемен алған бәләкәс, әммә сағыу Учалы ҡалаһы “йондоҙо” иғтибарҙы йәлеп итеп тора. 13 йәшлек яҡташыбыҙ был конкурс­та осраҡлы ҡатнашырға була: интернетта фестивалдең сайтына барып юлыға һәм үҙенең йырҙарын ебәрергә ҡарар итә. Уның талантын Галина Хомчик, Константин Тарасов, Владис­лав Шадрин, Дмитрий Обухов кеүек билдәле Рәсәй бардтары юғары баһалай.

Учалы ҡалаһының 10-сы мәктәбендә VIII синыфҡа күскән Арыҫлан I-се синыфтан алып музыка мәктәбендә гитара класында шөғөлләнә. 10 йәшендә тәүге йырҙарын ижад итә башлай. “Музыка мәктәбенә йөрөргә ҡарар иткәс, ул тәүҙә скрипканы һайлағайны. Әммә мин ҡолаҡтарымды йәлләнем дә, гитара класына яҙҙырҙым”, – тип хәтерләй әсәһе Гөлсирә Фәрит ҡыҙы. Йырҙарҙы уйламағанда ғына ижад итә икән Арыҫлан. Гитараһын ҡулына алып, сыңлатып ултырғанда ла, ҡайҙалыр китеп барғанда ла йыр-моң тыуыуы ихтимал. Әлеге ваҡытта уның үҙе ижад иткән унға яҡын йыры бар. Гитаранан тыш, йыл да яңы музыка ҡоралында уйнарға өйрәнә, әлеге ваҡытта аккордеон, баян, синтезатор, фортепиано, балалайканың “теле”н аңлай, яҡын киләсәктә ҡурайҙа уйнарға өйрәнергә ниәтләй.

– Музыка мәктәбендәге уҡытыу­сыларыбыҙҙан уңдыҡ, – тип һөйөнөп бөтә алмай Гөлсирә апай. – Балалар баҡсаһына йөрөгәндә улым ябай, тиктормаҫ бала ғына ине. Уҡытыусылары уның энергияһына йүнәлеш бирә алды.

Әйткәндәй, Гөлсирә Фәрит ҡыҙы ла йыр-моңға ғашиҡ заттарҙан. Әсәһе йырлап ебәрһә, Арыҫлан ҡулына инструмент алып ҡушыла. Әсәле-уллы Шәмсетдиновтар бергәләп төрлө концерттарҙа, ғаилә байрамдарында йыш сығыш яһай.

Өлгөр үҫмер әле яңыраҡ ҡына шаулап үткән “Ҡош юлы” республика гитарала уйнап йырлаусылар­ҙың конкурсына ла видеойырҙарын ебәргәйне. Уның йырҙарын күптәр яратып ҡараны. Үкенескә күрә, йәше тулмау сәбәпле, Ейәнсурала үткән фестивалдә ҡатнаша алманы. Шул уңайҙан, Арыҫландың ойоштороусыларға теләктәре бар:

– “Гренландия” фестивалендә балалар оҫтаханаһы бар. “Ҡош юлы”нда ла шундай оҫтахана ойошторорға мөмкин. Балалар фестивалдең үҙенә үк бармаһа ла, уларҙың йырҙарын интернет аша баһаларға була, – ти. Ул 11 йәшенән алып Учалыла үткән “Ҡалҡан” автор йырҙары фестивалендә лә ҡатнаша.
Музыканан тыш, Арыҫлан тағы бик күп эш менән шөғөлләнә. Мәҫәлән, “Тамыр” телеканалының “GULLI” француз балалар телеканалы һәм “Телешко” балалар телевидениеһы мәктәбе менән берлектә иғлан иткән фильмдарға рецензиялар конкурсында призлы урынға лайыҡ булған. Санкт-Петербургта уҙған “Был Еңеү көнө” тип аталған визуаль репортаж конкурсында ла һынатмаған – Учалыла йәшәгән ике һуғыш ветераны тураһында видеосюжет төшөрөп, беренсе урын алған. Быйыл март айында тағы бер ҙур еңеү яулап, яҡындарын һөйөндөргән ул: Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты үткәргән “Республика халыҡтарының мәҙәни һәм тарихи мираҫы” тип аталған фәнни-эҙләнеү эштәре бәйгеһендә гран-при алған. 2012 йылда уҡ башлаған эшендә ун башҡорт халыҡ йырын өйрәнгән, “Любизар” йырын үҙе уйнап һәм йырлап күрһәткән. Әлеге ваҡытта һәләтле малай яңы эҙләнеү эше өҫтөндә тир түгә – 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында, Ленинград фронтында хәбәрһеҙ юғалып, илле ете йыл үткәс кенә табылған Мәхмүт олатаһы Дәүләтбирҙин тураһында ул. Олатаһына “Йөрәк хәтере” тип аталған йыр ҙа бағышлаған.

Арыҫлан ун йәшенән алып йәнһүрәттәр ҙә төшөрә икән. Уларға сценарийҙы үҙе яҙа, монтажлай.

Йәнлектәрҙе, тәбиғәтте лә ярата. Өйөндә өс бесәй, Мадагаскар тараҡандары, эт һәм ҡусҡарҙар йәшәй. Арыҫлан улар менән уйнап ҡына ҡалмай, дуҫтарын күҙәтергә, тормоштарын өйрәнеп, һығымталар яһарға тырыша. Күҙәтеүҙәре нигеҙендә тикшеренеү эштәре яҙа. Ҡалала үҫһә лә, ауылда, тәбиғәт ҡосағында булыуҙы өҫтөн күрә. Элекке йыл, мәҫәлән, әсәһе менән Белорет районында йылға буйлап кәмәләрҙә йөҙөп төшкәндәр.

– Мәктәптә белем алыу кимәле гел яҡшы уҡ булмаһа ла, тырыш ул, – тип һөйләй әсәһе. – Математика кеүек теүәл фәндәрҙән “ҡойроҡ”тар һөйрәп ҡайтһа ла, биологияны бик ярата.

Арыҫлан еңеүҙәренә әллә ни ҙур иғтибар бүлеп, “йондоҙ” ауырыуы менән ауырымай икән. Уның уңыштарына иң ныҡ ҡыуанған кеше – өләсәһе Ғәнүрә Сәлмән ҡыҙы. Ейәненең Маҡтау ҡағыҙҙарын, дипломдарын әленән-әле ҡулына алып, һөйөнөп бөтә алмай. Күберәк өләсәһе тәрбиәһендә үҫкән Арыҫлан да ҡәҙерле кешеләрен ҡыуандыра алыуына шат.

Миңзәлә АСҠАРОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға