«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Урал батыр вариҫтары майҙан тотто



04.07.2014 Урал батыр вариҫтары майҙан тотто

Урал батыр вариҫтары майҙан тоттоБөрйән районында «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең XVI республика конкурсы үтте.
Һәр ташы, һәр һуҡмағы тарих һөйләгән, боронғо легенда-риүәйәттәргә бай Бөрйән ере – үҙе рухи хазиналар төбәге. Донъя халыҡтарының рухи мираҫы, милләтебеҙҙең хәтер йәдкәре «Урал батыр» эпосының йәнтөйәге лә был урын. Шуға күрә лә «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең XVI республика бәйгеһенең Бөрйәндә үткәрелеүе лә үҙенсәлекле бер мәғәнәгә эйә булды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға