«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Моңло йырҙар беҙҙе тағы осраштырҙы, Йәмле Һүрәм буйы үҙ дуҫтарын йыйҙы”



20.06.2014 “Моңло йырҙар беҙҙе тағы осраштырҙы, Йәмле Һүрәм буйы үҙ дуҫтарын йыйҙы”

“Моңло йырҙар беҙҙе тағы осраштырҙы, Йәмле Һүрәм буйы үҙ дуҫтарын йыйҙы”“Моңло йырҙар беҙҙе тағы осраштырҙы, Йәмле Һүрәм буйы үҙ дуҫтарын йыйҙы”“Ҡош юлы – 2014” ҡатнашыусыһы Рәйхана Ҡасҡынованың йырындағыса, Ҡыҙылташ яланы өсөнсө йыл рәттән гитара моңонан гөрләп торҙо.Традицияға әйләнеп барған “Ҡош юлы” башҡорт бард фестивале быйыл да Ейәнсура районында уҙҙы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, унда ҡатнашыу өсөн гитара моңон яратыусылар үҙҙәре башҡарған йырҙарҙы видеоға яҙҙырып, фестивалдең интернеттағы махсус битенә һалырға тейеш ине. Әйткәндәй, һеҙҙең яратҡан баҫмағыҙ ҙа быйыл был конкурстың партнерҙары рәтендә.

“Шоңҡар” республика йәштәр журналы, БР Мәҙәниәт министрлығы, Өфө ҡала хакимиәтенең Йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты, Ейәнсура районы хакимиәте тарафынан ойошторолған конкурста быйыл алтмыштан ашыу кеше теркәлһә, уларҙың яртыһынан ашыуы фестивалгә килеп етте. Ҡатнашыусылар төрлө райондар­ҙан, хатта Силәбе өлкәһенән дә бар ине. Әйткәндәй, быйылғы фестивалдә бард конкурсы шарттарына тап килгән йырҙар­ҙың күп булыуы һөйөндөрҙө. Уларҙы үҙҙәре ижад итеүселәр йылдан-йыл арта бара.

Беренсе кистә үк килеп еткән бардтар лагерь ҡороп, урынлашып алғас, уртаҡ усаҡ янына йыйылды. Элекке йылдарҙа ҡатнашып, дуҫлашып бөткәндәр ҡосаҡлашып күреште, быйыл тәүгә килеүселәр башҡалар менән танышты. Конкурс булһа ла, дуҫлыҡ хөкөм һөрҙө бында. Сытырлап янған усаҡ янында, тәбиғәт ҡосағында гитара ҡылдарына ҡушылып ағылған моңдо тыңлауҙан да ләззәтлерәк нәмә бармы икән донъяла!

Быйылғы “Ҡош юлы” данлыҡлы “Рух” төркөмөнөң солисы, гитарисы, бейеүсе һәм шағир Ғәзинур Биктимеровтың яҡты иҫтәлегенә арналды. Фестивалдең төп көнө уның зыяратына барып, уны иҫкә алыуҙан башланды. Ҡатнашыу­сылар һәм тамашасылар өсөн спорт ярыштары ойошторолдо: туп тибергә яратыусылар мини-футбол майҙанына йыйылһа, икенсе яҡта волейболсылар осрашты. Фут­болсылар араһында Башҡорт дәүләт педагогия университетының, волейболсылар араһында “Ҡош юлы” ҡатнашыусылары һәм ойоштороусыларынан торған командалар иң көслөһө тип табылды.

Ә бардтар өсөн “Башҡорт бард мәҙәниәтенең үҫеше” тип аталған "түңәрәк өҫтәл" ойошторолдо. Башҡа бард фестивалдәренән айырмалы рәүештә, “Ҡош юлы”ның бер үҙенсәлеге бар – унда гитара моңона ғашиҡтар ғына түгел, йәш шағирҙар ҙа һынау тота. Улар өсөн бөгөнгө йәштәр шиғриәтенә ар­нал­ған һөйләшеү үтте.
Ямғыр яуып, кәйефте ҡырып торған һымаҡ булһа ла, күңелле тауыштар майҙандың бер мөйөшөндә лә тынманы. Фестиваль башланыуға, халыҡ сәхнә янына ағылды. Алып барыусылар – Йәмил Ишмөхәмәтов һәм Әлмир Мөхәмәтйәров тамашасыларҙы көр тауыштары менән сәләмләне.

Сығыштарҙы былтырғы еңеүсе, Учалы егете Тимур Ямалов башлап ебәрҙе. Тәүге “Ҡош юлы” еңеүсеһе, гран-при эйәһе, “Атайсал бенд” төркөмө солисы Венер Моратов та моңло йырҙары менән ҡыуандыр­ҙы. Бардтарҙың сығыштары шағир­ҙарҙыҡы менән аралаштырып алып барылды. Өс йылда тамашасылар­ҙың яратҡан башҡарыусылары барлыҡҡа килгән: мәҫәлән, Әбйәлил районынан эпатаж оҫтаһы Ришат Сөләймәновты аяҡ үрә баҫып, һыҙғырышып, ҡул сабып ҡаршыланылар. Киң билдәле “Башҡорт улына” йырының авторы, алсаҡ Учалы ҡыҙы Альбина Шәмсет­динова ла иғтибарһыҙ ҡалманы. Уның яҡташы, Миндәк егете Руслан Шакиров та моңло йырҙар бүләк итте. Әбйәлилдән “Айым” ҡушаматлы Гөлнур Кирәева быйыл да үҙенә хас наҙға, хискә бай йыр алып килгән. Рок музыкаһын яратыусылар күңеленә Ильяс Айытбаевтың ижады хуш килде. Үҙебеҙҙең “башҡорт” Андрей Харитоновты быйыл башҡа ҡатнашыусыларҙан айырып ҡараусылар юҡ тиерлек. Һинән, минән таҙараҡ башҡортса һөйләшкән был Әбйәлил егете күптән инде “Ҡош юлы”ның үҙ кешеһе. Тәүге тапҡыр ҡатнашыусылар араһында ла өмөтлө башҡарыусылар булыуы шатландырҙы. Мәҫәлән, тамашасылар Бөрйән егете Азат Ҡасҡынбаевты – гитарала уйнау оҫталығы, ә Межгорьенан Азат Шәриповты йырҙарының һүҙҙәре мәғәнәле булыуы өсөн яратып өлгөрҙө. Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенткаһы Лилиә Дауытованың көслө тауышы барыһын да һоҡландырҙы.

“Моңло йырҙар беҙҙе тағы осраштырҙы, Йәмле Һүрәм буйы үҙ дуҫтарын йыйҙы”“Моңло йырҙар беҙҙе тағы осраштырҙы, Йәмле Һүрәм буйы үҙ дуҫтарын йыйҙы”Беренсе “Ҡош юлы”нда тамашасы булараҡ ҡатнашып, илһамланып ҡайтҡан Ейәнсура районы Сирғол ауылы егете Ирәндек Ишбаев быйыл ҡатнашыусы булараҡ килгән. Еләк һатып, шуның аҡсаһына гитара һатып алып уйнарға өйрәнгән шәп егет махсус призға лайыҡ булды. Әйткәндәй, Ишбаевтар ғаиләһе – “Ҡош юлы”ның күптәнге дуҫтары. Идариә апай һәм Ирек ағай йыл да фестивалде ҡарарға килә, әле бына улдарының сығышын күреп һөйөндөләр.
Социаль проблемаларға арнал­ған йырҙары менән беренсе йылда уҡ тамашасыларҙың иҫендә ҡалған Сибай егете Тимур Әхмәтйәнов быйыл йырын башҡорт эстрадаһына бағышлаған:

“Күпме тыңлама, бөтә
йырҙар ҙа клон,
Бер үк һүҙҙәр, бер үк көйҙәр, юҡ
тик моң.
Атай, әсәй, тыуған көн, ауылым –
Был һүҙҙәрҙе ҡат-ҡат сәйнәүҙән
ялҡтым”.

“Ҡайҙа һин, бөйөк композитор, ҡайҙа һин, шағир, яҙыусы” тип оран һалған Тимурҙың беренсе урынға лайыҡ булырына шикләнгән кеше булмағандыр, моғайын.

Икенсе урынға сыҡҡан Учалы ҡыҙы Миңзәлә Яхина һәм Ишембай һылыуы Рүзилә Йәмилева моңло тауышлы булыуҙары менән алдыр­ҙы. Улар икеһе лә патриотик рухтағы йырҙар ижад итеүселәр булараҡ билдәле.

“Салауатым, төш атыңдан,
Халҡың барыр һинең артыңдан.
Яуға түгел, бары ишектәрҙе
шаҡыр заман,
Салауатым, ситләшмә
халҡыңдан.”

Бихисап моңло йырҙар авторы, үҙенсәлекле тауышлы Миңзәлә икенсе йыл рәттән икенсе урын яулай. Инглизсә лә йырҙарҙы оҫта башҡарыусы Рүзиләнең йыры ла Миңзәләнекенә ауаздаш, илһөйәрлек тойғоһо менән һуғарылған.

Өсөнсө урынға лайыҡ булған Күгәрсен егете Рафаэль Ғәй­нуллиндың йырҙары актуаль темаларҙы күтәрә. Мәҫәлән, “Беҙгә тәбиғәт кәрәкмәй” тигән йыры аша автор экологик проблемаларға иғтибар йүнәлтергә тырышты.

– “Ҡош юлы” фестивалендә беренсе йыл ғына ҡатнашһам да, еңеүгә өмөт бар ине. Гитарала IX синыфтан бирле уйнайым, йырҙар яҙыуыма ла ун йылдан ашыу бар. Фестиваль тураһында тәүге ике йылда ҡатнашҡан дуҫым Револь Ғималов аша белдем, – ти Салауат драма театрында актер булып эшләгән Рафаэль.

Тәүге урындарға сыҡҡандарға яҡшы бүләктәр әҙерләнгәйне – Тимурға электрогитара тапшырыл­һа, ҡалған еңеүселәр акустик гитаралар алып һөйөндө. Тағы ла бер төркөм ҡатнашыусы номинация­лар­ҙа бүләкләнде.

Бард сәнғәтендә һүҙ көсө көйгә ҡарағанда юғарыраҡ баһалана. Шағирҙар конкурсында ҡатнашыу­сылар менән башҡарыусылар араһында хеҙмәттәшлек барлыҡҡа килеп, өр-яңы йырҙар тыуыр, тигән маҡсатта ойошторола нәфис һүҙ оҫталары бәйгеһе. Быйыл иң оҫта ҡәләм тибрәтеүсе исемен Бөрйән районынан 19 йәшлек Айгөл Йәмилева алды. Икенсе урында – Стәрлетамаҡтан Розалиә Зари­пова, өсөнсөлә – Учалы егете Денис Ғилманов. “Аманат” журналының баш мөхәррир урынбаҫары Мансур Ҡаҙаҡаев сәйәси тема­ға үткер шиғырҙары өсөн “Рәсәй-Башҡортостан” телеканалының махсус призына лайыҡ булды. Еңеүсе шағирҙарҙың һәр береһенә бүләккә мультиварка тапшырылды, уларҙы әҙерләгән РФ Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йо­соповҡа һәм уның ярҙамсыларына ойоштороусылар исеменән ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.

Байрамдың сценарийын интернет селтәрендә киң билдәле шағирә, Ейәнсура ҡыҙы Гөлнур Ҡыуатова төҙөгәйне. Уның фестивалдән алған тәьҫораттары сикһеҙ:
– Ул көн иртә менән бик ҡыҙыҡ башланды. Йоҡонан торһам, ҡойоп ямғыр яуа. Ә мин йәйге кейем менән генә ҡайтҡанмын. Ике сәғәт буйы ямғыр тымғанын көтөп тәҙрә төбөн һаҡланым. Әсәйемдең сәскәле генә матур галоштарын кейеп сығып киттем. Яңы танышыуҙар, Нәжип Юлдашбаевтың яңы йыры, Альбина Шәмсетдинованың зонтик менән бейеүе, Лариса Абдул­линаның шиғриәт тураһында һөйләүҙәре, бүләккә биргән китабы, ямғыр аҫтында шешлек ашау, клас­таштарым, туғандарым, таныштарым, хеҙмәттәштәрем менән күрешеп-аралашыу, Ришат Сөләймәнов менән йырлау, Миңзәлә Яхинаның гитара менән башыма тондора яҙыуы, уға тыуған көнөнә ҡорот бүләк итеүем, Айгөл Йәмилева менән ике йылдан һуң тағы ла осрашыу, “Рух”тарҙың йырҙарын тыңлау, ямғыр аҫтында бейеү һәм әлбиттә яңы йырҙар, күңел күтәренкелеге, элекке йырсыларҙың тағы ла оҫтарыуын күреү, "Ҡош юлы" сафының тағы ла тулыланыуы – быларҙың барыһы ла күңелдә бер матур миҙгел булып ҡаласаҡ. Шатмын, бәхетлемен һеҙҙең менән булыуыма! Һеҙҙең рәттә булыуыма! Ошо байрамды үткәреүҙә үҙемдең дә өлөшөм булыуына! Еңеү­селәрҙең кем икәнен мин иң тәүҙә белдем, сөнки балдарҙы һананым. Фестиваль менән хушлаш­ҡы килмәй. Шуға ла: “Һаумы, “Ҡош юлы – 2015” тип әйтәм! – ти ул.

Йыл буйы көтөп алған фестиваль күҙ асып йомғансы үтте лә китте. Киләһе йылда тағы ла яңы асыштар, яңы йырҙар көтөп ҡалабыҙ!

Миңзәлә АСҠАРОВА,
Шамил Яубаҫаров фотолары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға