«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Йәшлек” концерт- дискотекаға бара, ә һеҙ?



06.06.2014 “Йәшлек” концерт- дискотекаға бара, ә һеҙ?

“Йәшлек”  концерт- дискотекаға бара, ә һеҙ?Дуҫтар, онотманығыҙмы – 13 июндә “Йомағужа” һыу һаҡлағысы буйында, Күгәрсен районының Үрге Бикҡужа ауылындағы “Башҡорт ауылы” комплексында концерт-дискотека үтәсәген?
“Йәшлек” редакцияһы ла шунда юл тоторға ниәтләп тора. Ни өсөн икәнен үткән һандарҙың береһендә билдәле йырсыбыҙ Ғәзим Ильясов менән әңгәмәлә әйткәйнек инде. Бер ыңғай Өфө – Күгәрсен юлының таҡырмы, юҡмы икәнен дә тикшерербеҙ. Ә концертта кем йырлай ҙа, дискотекала кем бейетә, тиһегеҙме? Ғәзим Ильясов, Светлана Хәкимова, Зилә һәм Хәсән Усмановтар, Гөлсөм Бикбулатова, Артур Ҡунаҡбаев, Ян Лира, Ғайсар Миңлеғолов, Күгәрсен районынан “Ҡыҙыл мәсет” төркөмө, билдәле гармунсы Ришат Бәҙретдинов, Нәғим Нуриманов сығыш яһаясаҡ. Тамашаны Фирҙәт Ғәлиев менән Гөлдәр Әбдрәхимова алып бара.
Тамашасылар 250 һум торған билет һандары буйынса отошта ла ҡатнаша ала. “Йәшлек” менән бергә Күгәрсен районының “Мораҙым” гәзите, “Йоматау” шифаханаһы ла “елле” бүләктәр һайлаған.
13 июндә, 20 сәғәттә көтөп ҡалабыҙ.
А. АҠБУЛАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға