«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Моң тарата “Урал моңо”



30.05.2014 Моң тарата “Урал моңо”

Моң тарата “Урал моңо”28 – 30 майҙа Өфөлә төрки йәштәренең “Урал моңо – 2014” XVII халыҡ-ара конкурс-фестивале үтә. 2001 йылдан алып был сара ТӨРКСОЙ халыҡ-ара ойошмаһы эгидаһы аҫтында ойошторола. Быйыл кон­курс­та Төркиә, Әзер­байжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан­дан, Ғағауыз һәм Рәсәйҙең Ҡырым, Мари Иле, Тыва, Саха (Якутия), Ҡарасай-Черкес, Ҡа­барҙы-Балҡар, Төньяҡ Осетия, Алтай, Хакас, Дағстан, Кеме­рово, Төмән, Силәбе, Ҡурған кеүек төбәктәренән йырсылар һәм ижади коллективтар ҡатнаша. Баш­ҡортостан исеменән Әбйә­лил, Нуриман райондарынан, Күмертау, Нефтекама, Ок­тябрьский һәм Өфө ҡалаларынан йыр-моң оҫталары сығыш яһай.
Конкурстың ойоштороусылары – Башҡортостан Республи­каһының Мәҙәниәт министрлығы, “Баш­ҡортостан” телерадиокомпанияһы, “Ҡурай – ТВ” музыкаль телеканалы, Рес­публика халыҡ ижады үҙәге.
Маҡсаты һәм бурыстары – төрки донъяһының талантлы йәш йырсыларын эҙләп табыу һәм уларҙың үҫешенә ярҙам итеү, мәҙәниәт аша төрки халыҡтарының аралашыу ки­мәлен күтәреү, төрки телле башҡарыусылар араһында дуҫлыҡ бәйләнешен булдырыу, иң оҫта йырсылар миҫалында йәштәрҙең эстетик зауығын үҫтереү һ.б.
Конкурста ҡатнашыусы эстра­да коллективтарының һәм солист-вокалсыларҙың йәше – ун һигеҙҙән утыҙ бишкә тиклем. Жюри составында – композитор, Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Урал Иҙелбаев, Өфө дәүләт сәнғәт академияһының эстрада-джаз башҡарыусылар кафедраһы доценты Светлана Слягузова, Ҡостанай өлкә филармонияһының ҡаҙаҡ халыҡ инструменттары оркестры артисы Азамат Мукатов, Ҡабарҙы-Балҡар Рес­публика­һының халыҡ артисы Мозафар Этчеев, Тыва Республикаһының Мәҙәниәт һәм туризм министрлығынан Аржаана Суктер, композитор, продюсер, Хакас Республи­каһының атҡаҙан­ған мәҙәниәт хеҙмәткәре Герман Танбаев, Алтай Республикаһы­нан ре­жиссер Русланбәк Шагаев, Ҡырғыҙстандың атҡа­ҙанған артисы, “Айчурек” эстрада театры директоры Айчурек Иманалиева, ТӨРКСОЙ төрки халыҡ-ара каналдары журналисы Нәзилә Аббаслы.
Гала-концерт бөгөн Салауат Юлаев майҙанында киске сәғәт 8-ҙә башлана.

М. АСҠАРОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға