«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Өфө урамдарына ҡолаҡҡа ятмаған атама биреү модаға инде



23.05.2014 Өфө урамдарына ҡолаҡҡа ятмаған атама биреү модаға инде

йәки һуңғы осорҙа баш ҡалабыҙ урамдарына ҡолаҡҡа ятмаған атама биреү модаға инде.
Бынан бер нисә көн элек Өфө ҡала советы депутаттарының яңы урамдарға атама биреү буйынса ҡарар сығарыуы билдәле булды. Һөйөнөслө хәлме, башҡаһымы – Ҡы­рым­дың Ҡараһыубаҙар (Бе­ло­горск) районы хөрмәтенә лә бер яңы урамға шул исем бирелде. Баш ҡалабыҙҙа Бәрхәт, Йүкәле, Сәй, Мөғжизәле урамдары, Көҙгө бульвар, Мотор эшләүселәр яр буйы (Набережная моторостроителей) тигән урамдар барлыҡҡа киләсәк. Дөйөм алғанда, Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайтында яҙылғанса, 26 урам-тыҡрыҡҡа яңы исем ҡушыла. Бишәүһе Калинин районында урынлашһа, ҡалғандары Ок­тябрь районына ҡарай.

Яңы урамдар булғас, яңы атамалар ҙа бирелер инде, уның нимәһенә аптырарға, тиһегеҙҙер. Бер нәмә һағайтты шул. Баҡһаң, урамға исем һайлау, яңы тыуған сабыйға һайлағандай, ауыр ғына икән. Тәҡдим ителгән исемдәр араһында яңғырауыҡһыҙ йә әҙ билдәле шәхестәр­ҙең исем-шәрифтәре осрай. Быға тиклем дә ҡала халҡынан, урамға исем биреүҙә иғтибарлыраҡ булығыҙ, тигән һымаҡ мөрәжәғәттәр килгән. Кешеләр Абрикос, Виноград, Күләгә тигән кеүегерәк атамаларҙы ла һораған, имеш. Шуға ла Өмөтбаев, Хәйруллин, Атнабаев исемен йөрөтәсәк урамдар хәҙер Ҡорос ағас (дардар, русса – Ясеневая), Япраҡлы (Лист­венная), Именлек (Благополучия) тип аталасаҡ. Яңғыраймы? Ә Өмөтбаев менән Атнабаевты әҙ билдәле тип иҫәпләгән ҡала депутаттарына – “ҙур рәхмәт”!
Өмөтбаев тигәндә, моғайын, атаҡлы мәғрифәтсе, филолог ғалим, тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре, башҡорт теленең тәүге лингвистик терминололияһын әҙерләүсе Мөхә­мәтсәлим Өмөтбаев күҙ уңында тотолғандыр. Эйе, ул беҙҙең замандашыбыҙ түгел, 1841 – 1907 йылдарҙа йәшәгән. Шулай ҙа Ватанға лайыҡлы хеҙмәт итеүсе шәхестәребеҙгә хөрмәт күрһәтеү – беҙҙең бурыс. Депутаттар араһында ошо мәғлүмәттәрҙе белеүсе булмауы йәл. Әнғәм Атнабаев иһә – Башҡортос­тан­дың халыҡ шағиры, республика, ил кимәлендәге абруйлы наградалар лауреаты. Өфөнөң бер “мөйөшө” хаҡлы рәүештә уның исемен йөрөтөрлөк. Юҡһа, Япраҡлы, имеш.
Ғөмүмән, яңы исемдәр шәхсән миндә ике яҡлы фекер тыуҙырҙы. Маҡсатлы рәүештә башҡортса исем-фамилиялар, ер-һыу атамалары алып ташланған кеүек. Атыш (шундай шарлауыҡ бар, күп Өфө йәштәренең яратҡан урыны) та ярамаған уларға, Алтын тип үҙгәрткән булғандар. Фа­милиялы атамалар Инорс биҫтәһендәге яңы урамдарға ғына бирелә – осоусы Кобелев, Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең элекке директоры Валерий Лесунов, Рәсәй яҙыусыһы, академик Михаил Шолохов урамдары.
Әйткәндәй, Әхмәтзәки Вәлиди урамына ла һаман яҫҡыныусылар бар. Халыҡ (әлбиттә, башҡорт халҡын күҙ уңында тотам) өндәшмәһә, шәхестәребеҙҙең исемдәрен бөтөнләй онотторорға ла күп һорамаҫтар. Былай барһа, киләсәктә Өфөнө бөтә тәбиғәт күренештәренә арналған исемдәр “баҫып” аласаҡ, ә билдәле кешеләрҙеке бөтәсәк. Былай ҙа ҙур-ҙур магазиндарҙың исеме сит телдә бит инде. Ә дәүләт телдәрендә яҙыуға килгәндә, был мәсьәләгә етди тотоноп, хаталар­ҙы булдырмау буйынса тейешенсә эшләргә ваҡыттыр.

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға