«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » «Йондоҙ»ҙар Бөрйәндә ҡабына



17.05.2014 «Йондоҙ»ҙар Бөрйәндә ҡабына

«Йондоҙ»ҙар Бөрйәндә ҡабынаБөрйәнгә барһаң, өр-яңы йондоҙҙар эҙләп, телескоп аша күккә бағаһы түгел – улар һәр мәктәптә балҡып яна, белем усағының, тыуған төбәгенең абруйын, данын арттыра. Йондоҙҙар, тигәс, тәү сиратта сәхнә күрке – йырсы, бейеүселәр күҙ алдына баҫһа ла, улар рәтенә, әлбиттә, уҡыу алдынғылары, уңышлы спортсылар, төрлө ижади конкурстарҙа еңеүселәр ҙә инә. Район үҙәгендә алтынсы тапҡыр үткән форум-осрашыуға ошондай балалар саҡырылды ла инде.
Район мәктәптәрендә белем алған талантлы балалар республика, Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдә ойошторолған бәйгеләрҙә даими ҡатнашып, еңеүҙәр һандығын байытып тора. Мәҫәлән, быйыл март айында Ульяновск ҡалаһында үткәрелгән «Йыл уҡыусыһы» конкурсында Иҫке Собханғол мәктәбе уҡыусыһы Ғәзинур Йәмғурсин лауреат исеменә лайыҡ булған (район методкабинет мөдире Роза Ғүмәрова әйтеүенсә, Ғәзинур Башҡортос­танды бик тә лайыҡлы күрһәтә алған: «Еге­тебеҙ тик бер нәмәгә – китапты аҙ уҡыйбыҙ, тип үкенде»). Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыу­сыһы Нурзилә Усманова, Иҫке Собханғол мәктәбенән Айһылыу Ибраһимова, Байназар мәктәбе уҡыусыһы Лилиә Ҡаһарманова үҙҙәрен телһөйәрҙәр итеп күптән танытты. Иҫке Собханғол мәктәбе уҡыусылары Юлиә Ғәләүетдинова, Әлфиә Хажиева, Азалия Сәлихова, Әминә Дауытова, Азат Фәйзуллин, Ғәлиә Хоҙайғолова, Иҫке Собханғол мәктәбенең Әтек филиалы уҡыусыһы Илмира Алғазина, Байназар мәктәбенең Мораҙым филиалы уҡыусыһы Альбина Байрамғолова, Ырғыҙлынан Максим Самохин, Нәби ауылынан Нәзифә Әхмәтова – ғилми-ғәмәли конференцияларҙа призлы урындар алған йәш ғалимдар ул. Хоҙай биргән һәләткә үҙенең тырышлығын да ҡушып, Аҫҡар урта мәктәбенең Исламбай филиалы уҡыусыһы Гөлсәсәк Ғәйнуллина «Яҙғы тамсылар» конкурсында икенсе йыл рәттән 1-се урынды яулай. Ә Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусыһы Фирғәт Шәмиғолов «Башҡортостан ынйылары» бәйгеһендә II дәрәжә дипломға лайыҡ булған. Спорт өлкәһендә лә һынатмай район уҡыусылары. Был йәһәттән Әбделмәмбәт мәктәбе спортсылары Наилә Ғәлина, Алина һәм Батырша Боҫҡоновтарҙы, Ҡәҙриә Ҡасимова, Фирғәт Шәмиғолов, Рәфил Мәсәғүтов, Айбулат Сөләймәнов, Марсель Ибәтуллинды айырым телгә алмау мөмкин түгел. Шулай уҡ Хәкимйән Ҡарағолов, Хәләф Кәбиров, Гөлфинә Тимерғәлина, Әлфинә Бикмәтова, Нурлан Айытбаев кеүек ҡыҙ һәм егеттәр ҙә райондың спорт ҡаҙаныштарын арттырған. Ырғыҙлы мәктәбенең Ғәҙелгәрәй филиалынан «Аҡбуҙат» ансамбле, Әбделмәмбәттән «Вариҫ» коллективы, Байназарҙан – «Азамат», Иҫке Собханғолдан «Ялҡын» өлгөлө бейеү ансамблдәренең дә уңыштарын ҡушһаң – еңеүҙәр бихисап! Шуға ла Бөрйән районынан ике уҡыусының Башҡортостан Президенты стипендиаты булыуына аптырай­һы түгел. Әйткәндәй, үрҙә телгә алынған Фирғәт, Марсель, Максимдан тыш, Илфат Алғазин менән Нәғим Бикмәтов иһә – район хакимиәте башлығы стипендиаттары.

Район хакимиәте башлығы Динир Әхмәт­йәнов үҙенең сығышында, уңыштарҙы барлап, мәктәптәрҙә балаларҙың һәләтен асыҡлау һәм үҫтереү буйынса күп эш башҡарыла, әммә яуланған үрҙәрҙә туҡтап ҡалмаҫҡа кәрәк, тигән теләкте һыҙыҡ өҫтөнә алды:

– Ҡәҙерле уҡыусылар! Һеҙ үҙегеҙҙе тырыш, белемле һәм һәләтле балалар итеп таныттығыҙ. Һәр саҡ алдынғылар рәтендә булығыҙ, дуҫтарығыҙҙы, ҡусты-һеңлеләрегеҙҙе лә аң-белемгә, дөрөҫ һәм намыҫлы йәшәү юлына әйҙәгеҙ! Киләсәктә халыҡты үҙ артынан эйәртерлек төплө белемле, юғары мәҙәниәтле, башҡорт рухлы, үҙ иленә кәрәкле шәхестәр булып үҫеп етеүегеҙҙе теләйем!

Район мәғариф бүлеге етәксеһе Ришат Шәрипов, был форум тәүге тапҡыр үткәрелгәндә балалар сәхнәнең бер мөйөшөндә генә тора ине, ә хәҙер – сәхнә туп-тулы, тип ғорурлығын йәшермәне: «Эштәр былай барһа, киләсәктә сәхнәне ҙурайтырға ла тура килер әле!». Әгәр сәхнәне киңәйтергә мөмкинлек булмаһа, балалар унда сиратлап булһа ла күтәрелер әле, һәр хәлдә, барыһына ла йондоҙло минуттарҙың тәмен татырға форсат бирелер – быныһына иманым камил.

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға