«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Аҙау айыҡ ауыл булыу өсөн көрәшә



02.05.2014 Аҙау айыҡ ауыл булыу өсөн көрәшә

Беҙҙең халыҡ элек эскелек менән мауыҡмаған. Туйҙарҙа, оло йыйындарҙа буҙа, ҡымыҙ эсеп күңел асҡан. Улар кеше һаулығына зыян килтермәгән. Ауыл ерендә Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ла, унан һуң да эсеү ғәҙәте булманы. Йәшәү өсөн төп хәстәрлек аҙыҡ табыу ине. Аслыҡ, ялан­ғаслыҡ, ауыр хеҙмәт арҡаһында ғына халҡыбыҙ күпләп ҡырылды.
Хәҙерге көндә ауыл ерендә көмөшкә ҡыуыу, уны һатыу ныҡ таралған. Фашизмды, аслыҡты, ауыр эштәр­ҙе еңгән халыҡ бөгөн араҡы һатыусыларҙы, эскеселәрҙе еңә алмай. Көмөшкә ҡыуыусыларға, араҡы һатыусыларға ҡаршы закон һағында тороусылар – депутаттар, аҡһаҡалдар, медицина хеҙмәткәрҙәре, дин әһелдәре, ҡатын-ҡыҙҙар советы, ветерандар ойошмалары (хеҙмәт, һуғыш) бар. Шундай ҙур көс була тороп та, эскелеккә ҡаршы көрәшә алмайҙар. Араҡы һатыуҙың ҙур табыш килтереүен һәр кем белә. Ауылда, мин һиңә теймәйем, һин – миңә, тигән принцип буйынса йәшәйҙәр. Сифатһыҙ араҡы арҡаһында йәш ир-егеттәребеҙ, ағыуланып, гүр эйәһе була, ғаиләләр тарҡала, етем балалар күбәйә, эшһеҙ тороп ҡалалар. Был афәт ҡатын-ҡыҙҙар араһында ла киң тарала башланы. Архангел районының Оҙондар ауыл хакимиәте, Аҙау ауылы халҡы, аңлы ҡарашлы шәхестәр эскелеккә ҡаршы көрәшкә әүҙем ҡушылды. Ошо йәһәттән Аҙау ауылы мәҙәниәт йортонда өс ауыл (Аҙау, Айтмәмбәт, Оҙондар) халҡы дөйөм йыйылыш үткәрҙе. Унда Оҙондар ауыл хакимиәте башлығы Фидус Риф улы Хәсәнов эскелектең зыяны тураһында сығыш яһаны. Эскелеккә ҡаршы тороу өсөн Аҙау халҡы ҙур теләк менән ҡушылды, залдағылар бер тауыштан ризалыҡ белдереп, ҡул күтәрҙе. Дөйөм сығыштан һуң өс ауылдың һәүәҫкәр артистары матур концерт ҡуйҙы. Уны Аҙау мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Раушания Әҡсән ҡыҙы Ғәйнуллина алып барҙы. Концерт һәм йыйылыш фәһемле булды. Һуңынан эскелеккә ҡаршы көрәшеү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Бынан тыш, Аҙау ауылы халҡы «Иң таҙа, төҙөк ауыл», «Иң таҙа урам», «Иң матур йорт» конкурстарын үткәреүгә ҡушыласағы хаҡында белдерҙе. Конкурсҡа августа йомғаҡ яһаласаҡ. Ауыл халҡына уңыштар теләйбеҙ. Беҙ «Айыҡ ауыл» акцияһына берҙәм ҡушылабыҙ.

Фанияз САДИҠОВ.
Архангел районы,
Аҙау ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға