«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » «Көндәлек»тә – иглиндәр!



19.04.2014 «Көндәлек»тә – иглиндәр!

«Көндәлек»тә – иглиндәр!Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ мәктәбендә райондың билдәле шә­хестәре йыйылды. Мәскәүҙән Рәсәй Федерацияһы Советы ағзаһы Ра­фаэль Зиннуров, Өфөнән Башҡортос­тан гуманитар тикшеренеүҙәр институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре Фаил Тәкәев ҡайтты. Шулай уҡ мәктәпкә милли көрәш буйынса тренер, китапханасы, автозаправка операторы, район гәзите хәбәрсеһе, фельдшер, район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре, умартасылар, нефть скважинаһы операторы, ауыл хакимиәттәре башлыҡтары һәм шәхси эшҡыуарҙар килде. Контроль эш бик күңелле генә үтте. Райондарының тарихына ҡағылышлы һорауҙарға яҡташтар тырышып яуап эҙләне. Ҡыйынлыҡ тыу­ҙырған һорауҙар ҙа булды-булыуын. Иглин ауылының тәүге атамаһы Мәләкәс булғанын барыһы ла белде, әлбиттә. Ә бына республикалағы дүрт залдан һәм коридорҙан торған иң ҙур гипс мәмерйә үҙҙәренең районындағы Ҡыуыштау икәнен күптәр белмәне. Киң билдәле рок-музыкант Юрий Шевчуктың заманында өс йыл Иглин районында уҡытыусы булып эшләгәнен дә ҡайһы берәүҙәр белмәгән икән.
Ҡунаҡтар мәктәп йылдарына бәйле ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы иҫтәренә төшөр­ҙө. Ҡыҙҙар менән ныҡ шаярған Фаил Тәкәевтың класс бүлмәһендә үҙ мөйөшө булған икән. Мәктәп музейына экспонат йыйырға ҡушҡас, Рафаэль Зиннуров боронғо әйбер тапмаған, әммә аптырап тормаған, бысраҡҡа буяп, ҡәҙимге бер һауытты алып барған да биргән.
Иглин районының контроль эште нисек яҙғанын күргегеҙ килһә, «Көндәлек»те ҡарағыҙ. Тапшырыу 19 апрелдә, шәмбелә, иртәнге сәғәт 10 тула 15 минутта эфирға сыға. 21 апрелдә, дүшәмбелә, көндөҙгө сәғәт 3 тула 15 минутта ҡабатлап күрһәтелә.

Олеся ХАРИСОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға