«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Тарихҡа бай Сафакүл ере



11.04.2014 Тарихҡа бай Сафакүл ере

Тарихҡа бай Сафакүл ереТарихи күҙлектән сығып ҡарағанда ла, беҙ ҡунаҡ булырға ниәт ҡылған Сафакүл төбәге бик данлыҡлы урын булып тора.
Башҡортостандың билдәле ғалимдары Рим Янғужин, Дамир Вәлиев, Наил Бикбу­латовтың белдереүенсә, ауыл­ға 1736 йылда нигеҙ һалынған. Сафа Йомағолов тигән башҡорт тәүгә килеп төпләнгәс, күл дә шулай тип аталған, аҙаҡтан ауылға ла Сафакүл тип исем бирелгән.
Артабанғы тарихта Сафакүл Башҡорт АССР-ы составына ла ингән. 1918 йылда Башҡорт хөкүмәте башлығы Әхмәтзәки Вәлидиҙең әмере буйынса бында ялан-ҡатай башҡорттарынан беренсе башҡорт полктары төҙөлгән. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында район буйынса 40 меңгә яҡын кеше әрмегә саҡырылған, уларҙың 1387-һе яуҙа һәләк булған.
Бындай бай тарихлы төбәктең мотлаҡ үҙенең музейы булырға тейеш. Был эште 1982 йылда Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сафиулла Ғосман улы Ырғыҙов үҙ иңенә алған. Шул мәлдән Сафакүл районының тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейы үҙ эшен башлаған. Әлеге мәлдә ул 1990 йылдан бирле диуарҙары ла тарих һаҡлаған урында – революцияға тиклем улус идараһы, унан һуң партия райкомы булған ағас бинала урынлашҡан.
Сәфәребеҙ барышында музей­ҙы ҡарап сыҡтыҡ. Экспозициялар бер нисә залда урынлаштырылған. Береһендә совет осорондағы халыҡтың көнкүреше сағылған – пластинка уйнатҡыстар, сәғәттәр, фотоаппараттар, кино күрһәтеү ҡорамалы ҡуйыл­ған. Хатта бик һирәк осраған һәм 80-се йылдар аҙағында дефицит әйбер – “Электроника ВМ – 12” видеомагнитофонын күрергә мөмкин. Икенсе залда Бөйөк Ватан һуғышы дәүере: документтар, котелок, көрөшкә, фляга һымаҡ һалдат әйберҙәре урын алған. Тәбиғәт мөйөшө иһә иҫ китмәле – стенала ҡабан, илек, мышы баштары, иҙәндә ҡуян, ҡарһаҡ, бурһыҡ һындары урынлашҡан, һыу ҡоштары диорамаһы ла үҙенсәлекле. Сираттағы экспозицияларҙа сафакүлдәрҙең төрлө социалистик хеҙмәт ярыштарында ҡатнашыуы, йәмәғәт һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге сағылған. Айырым урында ҡул эштәре күргәҙмәләре иғтибар­ҙы йәлеп итә – шырпыларҙан теҙеп эшләнгән мәсет, балсыҡ уйынсыҡтарҙы музей дәресендә мәктәп уҡыусылары яһаған икән. Бер стендҡа Үҙәк хәрби округтың Силәбелә урынлашҡан “Шагол” авиабазаһының фотолары, документтары ҡуйыл­ған. Сафакүл янында махсус полигон бар, унда хәрби самолеттар күнекмәләр үткәрә икән. Беҙ ҙә ауыл күгенән көндөҙ ҙә, төндә лә истребителдәрҙең осоуына иғтибар иткәйнек. Урындағы халыҡ быға өйрәнеп бөткән. Полигонда һаҡлау ойош­торол­һа ла, бындай хәүефле урындың яҡын булыуы бер аҙ борсолоу тыуҙыра.
Музей мөдире Альбина Ғәни ҡыҙы Ҡазыханова белдереүенсә, йыл да төрлө гранттар алып торалар. Яңыраҡ бүленгән 100 мең һум аҡса бинаның ҡыйығын ремонтлауға тотоноласаҡ. Ғөмүмән, был музейҙың төп проблемаһы булып тора. Иҫкергән бина эсендәге күргәҙмәләрҙе ҡарау ҙа ҡыйын. Шуға ла Сафакүл райо­нының тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейына яңы бина биреү – күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға