«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Силәбе башҡорттары байрамы



28.02.2014 Силәбе башҡорттары байрамы

Силәбе өлкәһенең Үрге Өпәйле ҡалаһында тәүге тапҡыр “Башҡорт мәҙәниәте көнө” үтте

Ҡаланың Крайҙы өйрәнеү музейында Шәжәрә байрамы ойошторолдо, тамаша дүрт ғаиләнең тарихы өлгөһөндә курс эшен яҡлау форматында уҙҙы. Төрлө йәштәге ғаилә вәкилдәре үҙҙәренең шәжәрә ағасы менән таныштырҙы һәм тамырҙары хаҡында һөйләне. Сарала ҡала округы башлығы Павел Казаков, барлыҡ ҡатнашыусыларҙы һәм Екатеринбург, Нязепетровск ҡалаларынан килгән ҡунаҡтарҙы сәләмләп, Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге рәсми вәкиле Амур Хәбибуллинға, Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Наил Шәйҙуллинға Почет грамоталары тапшырҙы.
Байрамды ҡаланың билдәле йәмәғәт эшмәкәре, «Тамсылар», «Тамыр», «Ләйсән» башҡорт коллективтары етәксеһе, Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Фәнүзә Зарипова ҡала округы депутаттары ярҙамында ойошторҙо.
Байрамдың икенсе өлөшө Ҡала мәҙәниәт һарайында «Башҡорт теле көнө» булараҡ үтте. Ошонда уҡ башҡорт этнографияһы һәм көнкүреш әйберҙәре, милли аш-һыу күргәҙмәләре ҡуйылғайны. Сараны Башҡорт дәүләт филармонияһының йәш артистары – Ильяс Ҡарабулатов, Тимур Рамазанов, Илнур Һибәтуллин биҙәне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға