«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Башҡорт бейеүҙәре менән Олимпиадаға



17.01.2014 Башҡорт бейеүҙәре менән Олимпиадаға

Сочиҙағы халыҡ-ара төп спорт сараһында Рәсәйҙең 100 иң яҡшы ижади коллективы ҡатнашасаҡ. Был исемлектә Башҡортостан Республикаһынан Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең дә булыуы – оло ғорурлыҡ.
Данлыҡлы коллектив 45 минутлыҡ программа менән Олимпиаданың төп дүрт майҙансығында сығыш яһаясаҡ. Ансамблдең алтын фондына ингән башҡорт бейеүҙәренән торған программа “Ғәскәров мираҫы” тип атала. Ул БР Президенты грантына лайыҡ булды һәм уның иҫәбенә барлыҡ бейеүҙәрҙә лә костюмдар яңыртылды.

Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға