«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Һоҡланғыс лазер-шоу



16.11.2010 Һоҡланғыс лазер-шоу

Үткән йәкшәмбелә «Нур» Өфө дәүләт татар театрында Нәзирә Яппарованың «Фәрештәләр ҡалаһы» тип аталған шоу-концерты үтте. Сара бик сағыу һәм үҙенсәлекле булды. Йырсының сығыштары профессиональ балет, иҫ киткес лазер-шоуы менән оҙатыла килде һәм ошо уға айырыуса мәртәбә өҫтәне. Төрлө төҫтәге уттар ярҙамында ҡыҙыҡлы һәм шаян һүрәттәрҙе һынландырыу һоҡландырғыс итеп ойошторолғайны.
Театрлаштырылған тамашаға билдәле ҡурайсы Роберт Юлдашев башҡарыуындағы көйҙәр тағы ла йәм өҫтәне. Балет һәм ҡурай моңо, заманса һәм халыҡ көйҙәрен берләштергән концерттан тамашасылар матур тәьҫораттар алып, рәхәтләнеп ял итеп ҡайтты.
Самат ҡОТЛОЕВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға