«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Мәҙәниәт яңылыҡтары



13.09.2013 Мәҙәниәт яңылыҡтары

Иң оҫта ҡурайсы 100 мең һум аҡса аласаҡ

Октябрьский ҡалаһында үтәсәк республика Ҡурай байрамына заявкалар йомаға тиклем ҡабул ителде.
Солистар һәм ансамблдәр бәйгелә ҡатнашыу өсөн юғары башҡарыу оҫталығына эйә булыр­ға һәм көйҙөң легендаһын, тарихын белергә тейеш. Ә һирәк яңғыраған көйҙәргә айырым иғтибар бүленә.
Бөгөнгә тиклем 16 йәшкә тиклем номинацияға – 31, 16 йәштән өлкәндәр араһында 26 заявка ҡабул ителгән. Ансамблдәргә килгәндә, 16 йәшкә тиклем – 8, 16 йәштән өлкән ҡурайсыларҙан торған 7 коллектив конкурста үҙен һынап ҡарарға теләк белдергән. Төп еңеүсене быйыл ҙур бүләк – 100 мең һум аҡса көтә.
Ҡурай байрамында музыканттар һәм ҡурайсылар ансамблдәре етәкселәре өсөн ижади лаборатория ла эшләйәсәк. Сараны БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Октябрьский ҡала округы хакимиәте, БР Ҡурайсылар союзы ойоштора.

Кавказға – гастролГӘ

21 – 28 сентябрҙә РФ Мәҙә­ниәт министрлығы ярҙамы ме­нән Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры Ҡа­барҙы-Балҡар иленә гастролгә юллана.
Сираттағы ижад миҙгеле алдынан Кавказ халҡына театр­ҙың башҡорт труппаһы ике спектаклен тәҡдим итә. Балалар өсөн Д. Родариҙың «Чипол­лино»һын һәм Флорид Бүләковтың «Ҡарт кейәүҙәр йәки Шомбай ҡоҙа» фольклор комедияһын Нальчик, Баксан, Тырныауз, Майский, Прох­ладный ҡалалары тамашасылары ҡараясаҡ. Бер йыл элек Ҡабарҙы-Балҡар иленә А. Приставкиндың «Ночевала тучка золотая» спектакле менән театрҙың рус труппаһы барып ҡайтҡайны. Был әҫәрҙе рус труппаһының баш режиссеры, Ҡабарҙы-Балҡар Республика­һын­да тыуып үҫкән Мөсәлим Күлбаев сәхнәләштерҙе.
Ике туғандаш республика араһында мәҙәни күперҙе нығытыусы театр коллективына уңыштар теләйек!

Л. Һиҙиәтова.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға