«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » “Толпар” балалар вокаль төркөмөнә 15 йыл тулды



26.07.2013 “Толпар” балалар вокаль төркөмөнә 15 йыл тулды

Силәбе өлкәһенең Сосновка районына ҡараған Трубный ҡасабаһында башҡорт “Толпар” балалар вокаль төркөмө эшләп килә. Тәжрибәле педагог Рәбиға Бикбулатова етәкселегендәге коллектив башҡорт музыкаһын һәм мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур тырышлыҡ һала. Күберәк башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы төркөм күп тапҡыр төрлө конкурс-фестивалдәрҙең лауреаты исемен яуланы. 2007 йылда “Толпар”ҙың тәүге дискы донъя күрҙе – ул Башҡортостандың Рәсәйгә үҙ теләге менән ҡушылыуына 450 йыл тулыуға арналғайны, ә бөгөн коллектив икенсе альбомын сығарыу өҫтөндә эшләй.
15 йыл эсендә “Толпар”ҙа 100-ҙән ашыу бала йырлаған. Тимәк, уларҙың барыһына ла туған телдең йыр-моңо аша Көньяҡ Уралға, Башҡортостанға, тарихҡа, фольклорға һөйөү һеңдерелгән. Ә төркөмдөң солистары Мәрйәм Хәлимова, Денис Хәлимов, Айгөл Әхмәтшина – “Толпар”ҙың оло ғорурлығы, бөгөн халыҡ йырҙары өлкәһендә белгестәр, башҡорт ҡурайы, фагот, аккордеон, фортепьяно һәм башҡа инструменттарҙа оҫта уйнаусы музыканттар.
Коллективҡа Рәсәй балалар фондының Силәбе өлкәһе бүлеге, Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге вәкиллеге, Сосновка районының Әлеш ауыл биләмәһе хакимиәте һәм башҡа йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре сығыш яһауҙа ярҙам ҡулын һуҙа.

Л. ТАШБУЛАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға