«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Мәҙәниәт яңылыҡтары



12.07.2013 Мәҙәниәт яңылыҡтары

«Йөрәккүл ҡурсаулығы» фотокүргәҙмәһе
Мәҙәниәт яңылыҡтары
БР Милли музейында «Йөрәккүл ҡурсаулығы» фотокүргәҙмәһе асылды.
Ойоштороу­сылар – БР Милли музейы, «Йөрәккүл» милли паркы (Силәбе өлкәһе, Һатҡы ҡалаһы).
Фотокүргәҙмә Рәсәйҙең иң матур тәбиғәт парктарының береһе – «Йөрәккүл»дең 20 йыллығына арнала. Унда С. Городилов, А. Брюханов, В. Ғәлимов, С. Колесников, А. Костюченко, А. Ладыгиндың эштәре ҡуйылған. Күргәҙмә 5 авгусҡа тиклем эшләйәсәк.

Дим Мәннән рухына бағышлап
Мәҙәниәт яңылыҡтары
«Дәрүишхан» төркөмө башҡарған йырҙарҙы йәше-ҡарты һаман да яратып тыңлай.
XX быуаттың 90-сы йылдарында башҡорт рок-музыкаһына йә­шендәй килеп ин­гән һәм унда үҙенсәлекле эҙ ҡалдырған «Дә­рүиш­хан» төркөмөнөң феномены нимәлә?
Быға яуап табыуы ҡыйын түгел. Хәҙер инде мәрхүм Дим Мәннән һәм уның музыканттары үҙҙәренең ижадында Кали­форния рок-н-ролы музыкаһы менән халҡыбыҙҙың борондан килгән йыр-моңдарының ниге­ҙе – бер октава сиктәрендәге биш баҫҡыслы тауыш системаһын – пентатониканы ҡулланған. Был үҙенсәлекле синтез һө­ҙөм­тәһендә ки­леп сыҡҡан баш­ҡорт рухлы, сал Урал, ер-һыуыбыҙ тарихы сағылған йыр­ҙар үҙҙәренең за­манса яңғырашы менән әле лә йөрәктәргә үтә.
Яңыраҡ Учалы районының Туңғатар ауылында «Дәрүиш­хан»дың 2005 йылда мәрхүм булған солисы Дим Мәннән (Ҡоләхмәтов) рухына арналған хәтер кисәһе үтте.

Гүзәл Өфө
Мәҙәниәт яңылыҡтары
«Мираҫ» галереяһында 31 июлгә тиклем билдәле рәссам Рәйес Ғә­йетовтың «Минең ҡалам» тип аталған шәхси күргәҙмәһе үтә.
Унда төп урынды ҡала пейзажы би­ләй. Рәссам Өфө­нөң шаулы урамдарын, иҫтәлекле урындарын, ҡала ҡомарт­ҡыларын киндергә төшөргән. Карти­на­лар­ҙа Өфө берсә сағыу, күңелле, берсә моңһоу, уйландырғыс итеп күрһәтелә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға