«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Реалити-шоуға килегеҙ, йәш таланттарҙы күрегеҙ



02.11.2010 Реалити-шоуға килегеҙ, йәш таланттарҙы күрегеҙ

«Хәҙерге заман йәштәрен аңламайбыҙ», – тип уфтана ололар. «Бөгөнгө йәштәр бөтөнләй икенсе», – тип аптырай атай-әсәйҙәр. «Егеттәр әллә ниндәй ул», – ти йәш ҡыҙҙар. Быға аңлатманы һеҙ 20 ноябрҙә Нефтселәр мәҙәниәт һарайында үтәсәк өр-яңы театрлаштырылған тамашала – «Реалити-шоу: дүрт йөрәк»тә таба алаһығыҙ. Уның сценарийын Зөһрә Бураҡаева яҙған, режиссеры – Зөфәр Әхмәтов. Тамашаның төп геройҙары – йәш актерҙар Шәһит Хамматов, Илгиз Таһиров, Роберт Йылҡыбаев, Илмир Иҙрисов һәм Радмир Абдуллин.
Башҡорт эстрадаһына яңы балҡыш өҫтәгән, йыр сәнғәтендә өр-яңы үҙенсәлекле йүнәлештә эшләүсе, халҡыбыҙҙың боронғо ғөрөф-ғәҙәтенә заманса биҙәлеш биреүсе «Арғымаҡ» этно-рок, «ҡалъя» рок төркөмдәре, йәштәр араһында танылыу яулаған йырсылар Гөлнур ҡарабулатова, Айҙар Хәмзин, Алтынай, рэп башҡарыусылар Айсулпан һәм Арыҫлан Әхмәтовтар ҙа тамашала мотлаҡ ҡатнашасаҡ. Бынан тыш, Нефтселәр мәҙәниәт һарайының «Вираж», «Ренессанс», «Дива» бейеү ансамблдәре, иллюзионист Макс та һеҙҙе көтә, дуҫтар!

А. АҡБУЛАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға