«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » «Еңмеш»те Питерҙа беләләр!



30.10.2010 «Еңмеш»те Питерҙа беләләр!

«Еңмеш»те  Питерҙа беләләр!Йәйгеһен гәзитебеҙҙә Санкт-Петербург Кино һәм телевидение институтында 3-сө курста уҡып йөрөүсе Хәйбулла егете Айнур Асҡаровтың «Башҡортостан» киностудияһында «Еңмеш» тип аталған ҡыҫҡа метражлы фильм төшөрөүе тураһында яҙып үткәйнек инде. Әле ошо фильм тураһында яҡшы хәбәр килеп етте. Айнурҙың «Еңмеш»е Х «Питеркит» студенттар фильмы фестивалендә «Иң яҡшы режиссура өсөн» номинацияһында еңеү яулаған.
Йәйгеһен Айнур фильм төшөрөүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәс, «Башҡортостан» киностудияһы уның тәҡдимен күтәреп алған. Һәм, күрәһегеҙ, юҡҡа түгел! Башҡорт телендә төшөрөлгән фильм үткән быуаттың 80-се йылдары башын һүрәтләй. Ул ваҡытта киноға барыр өсөн, ғәҙәттә, ике йомортҡа кәрәк ине. Был фильмда бер ауылда барған ваҡиға һүрәтләнә. Бәләкәс кенә Илнур исемле малай «Танцор диско» исемле һинд фильмына барыр өсөн бик күп ҡыйынлыҡ менән йомортҡалар табып, яратҡан киноһын ҡарай.
Төп ролдәрҙә балалар уйнай. Ғәлимйән Мәмбәтов, Регина Тәүелбаева, Рушан Рәсимбәтов, Ғәзинур Асҡаров Сибай драма театры артистары Рәмилә Хоҙайғолова һәм Зифа Баязитова апайҙары менән бер рәттән, фильм­дың уңышлы килеп сығыуына үҙ өлөштәрен индергән. Бәлки, киләсәктә кино «йондоҙ»ҙары булып балҡыр бәләкәстәргә лә, йәш режиссер Айнур Асҡаровҡа ла артабан да тик уңыштар ғына юлдаш булһын.

Р. ДӘҮЛӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға