«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Тамашасыларҙы сәнғәтте аңларға өйрәтеүсе



21.05.2013 Тамашасыларҙы сәнғәтте аңларға өйрәтеүсе

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында 23 майҙа күп йылдар буйы йәш быуынды музыкаль-эстетик юҫыҡта тәрбиәләгән, мәҙәни-ағартыу эше алып барған филармонияның сағыу коллективтарының береһе – музыкаль-әҙәби лекторий 70 йыллығын билдәләү уңайынан юбилей концертына саҡыра.
Концерт программаһы бай йөкмәткеле һәм музыканың бар тармаҡтарын да үҙ эсенә алған. Классик ариялар, опереттанан фрагменттар, романстар, балалар йырҙарын Флүрә Килдейәрова, Олег Шупиков, Әлфиә Үлмәҫҡолова, Лилиә Ишемйәрова һәм башҡа сәхнә оҫталары башҡарасаҡ.

Н. АМАНБАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға