«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Стәрлетамаҡ театрында яңы етәксе



16.04.2013 Стәрлетамаҡ театрында яңы етәксе

Стәрлетамаҡ театрында яңы етәксеБР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Стәрлетамаҡ баш­ҡорт дәүләт драма театры директоры итеп Ринат Иш­муллин тәғәйенләнгән.
Ринат Иш­муллин 1964 йылда Башҡор­тос­тандың Бай­маҡ районының Фәйзулла ауылында тыуған. Юғары белемле - Башҡорт дәүләт университетын, Рәсәй театр сәнғәте академияһын тамамлаған. Хеҙмәт кенәгәһендә физкультура һәм хеҙмәт уҡытыу­сыһы, комсомол комитеты секретары, музей мөдире, йәштәр эштәре буйынса бүлек мөдире, мәҙәниәт йорто директоры булып эшләүе тураһында яҙмалар бар. Ринат Ишмуллин Сибай дәүләт филармонияһын, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрын да етәкләгән. Былтыр уға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеме бирелгән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға