«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Мөхәббәткә мәҙхиә йырланасаҡ



16.04.2013 Мөхәббәткә мәҙхиә йырланасаҡ

Мөхәббәткә мәҙхиә йырланасаҡБашҡортостан­дың халыҡ артисы, билдәле йыр­сы Әлфиә Юлсу­рина дәртле йыр­ҙары, сағыу сы­ғыш­тары менән та­машасыны әсир итте. Таныл­ған сәхнә оҫтаһы башҡарған йырҙар тормошҡа һөйөү, мөхәббәткә дан менән һуғарыл­ған һәм тәрән мәғәнәгә эйә. Йырсының репертуары жанр яғынан шаҡтай бай. Халыҡ йырҙары, заманса эстрада йырҙары − барыһы ла урын алған унда. Әлфиә Юлсурина Башҡорт дәүләт филармонияһында эстрада-джаз оркестры составында эшләй. Әйткәндәй, Әлфиә Юлсурина 21 апрелдә күңелдәрҙе елкендерер, хистәр даръяһында тирбәлтер “Аҙаштырғыс мөхәббәт” исемле концертына саҡыра. Сағыу тамашала Салауат Низаметдинов, Азат Айытҡолов, Ғәли Алтынбаев, Хәлит Фәтихов, Азат Биксурин, Айнур Фәтихов, Рөстәм Шаһыбалов, Марсель Ҡотоев, Руслан Сәйфетдинов, Марсель Сәйетов, Айгиз Ғиззәтуллин, Вадим Зәкиев, Игорь Атапин, Башҡортостан Республика­һының Рәмил Ғәйзуллин етәкселегендәге халыҡ ҡоралдары милли оркестры, Олег Ҡасимов етәкселегендәге эстрада-джаз оркестры сығыш яһаясаҡ. Күңелле, дәртле йырҙар шәлкеменән торған тамашаға рәхим итегеҙ, дуҫтар!

Н. АҘНАБАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға