«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Башҡорт мэтрына яңы премия



09.04.2013 Башҡорт мэтрына яңы премия

Башҡорт мэтрына яңы премияМ. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе Олег Ханов «Ырым­бур илһамы» («Орен­бург­ская лира») губернатор премияһына лайыҡ булды. Маҡтаулы исемгә Ырымбур драма театрында Рифҡәт Исрафилов ҡуйыуында «Ричард – III» спектаклендә шундай уҡ исемле ролде башҡарғаны өсөн өлгәште. Премияны өлкә губернаторы Юрий Берг үҙе тапшыр­ҙы.
Л. ТАШБУЛАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға