«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Яңғыраһын ҡурай моңдары



26.10.2010 Яңғыраһын ҡурай моңдары

30 октябрҙә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында «Һыҙҙырт, ҡурай!..» байрамы үтәсәк
Концерт халыҡҡа боронғо милли уйын ҡоралыбыҙҙың бөгөнгө булмышын күрһәтеү, ҡурай моңон таратыусылар менән таныштырыу маҡсатында ойошторола. Байрамда тамашасылар мәшһүр ҡурайсылар башҡарыуында халҡыбыҙ ынйыларын тыңлап кинәнәсәк, ҡурай моңо иленә сәйәхәт ҡыласаҡ. ҡурайҙың оркестрҙа, эстрада аранжировкаһында яңғырашы, халҡыбыҙҙың үлемһеҙ рухи ҡомартҡылары булып торған «Сибай», «Буранбай», «Йәйәүле Мәхмүт», «Бейеш», «Урал», «Сәлимәкәй»ҙе һыҙҙыртыуы уның сикһеҙ мөмкинлектәрен асасаҡ.
Байрамда сит тарафтарҙа ла танылыу яулаған мәшһүр ҡурай оҫталары Азат Айытҡолов, Ишморат Илбәков, йәш профессионалдар Азат Биксурин, Рушан Биктимеров, Рөстәм Шәрипов ҡатнашасаҡ. Сценарийҙың авторы һәм режиссеры Сәйҙә Ильясова күңелдәрҙе иретерлек, илертерлек моңдар гөлләмәһенән тамаша тәҡдим итә. Ситтә ҡалмағыҙ, моң һөйөүселәр!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға