«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Башҡортостанда “Театр яҙы” апрелдә башлана



29.03.2013 Башҡортостанда “Театр яҙы” апрелдә башлана

4 – 10 апрелдә Өфөлә “Театр яҙы” VIII республика фестивале уҙасаҡ. Сарала барлығы 11 ижади коллектив репертуарҙарынан иң яҡшы 13 спектаклен күрһәтә, уларҙы ябай тамашасылар ғына түгел, Мәскәүҙән саҡырылған тәнҡитселәр коллегияһы баһалаясаҡ. Фестиваль сиктәрендә заманса драматургияның ижади лабораторияһы планлаштырыла. Бында республика театрҙары режиссерҙары Рус дәүләт академия театры актерҙары менән Рәсәй авторҙары тәҡдим иткән спектаклдәргә эскиздар яһаясаҡ. Әйткәндәй, быйыл “Театр яҙы” фестивале үҙенең 20 йыллығын билдәләй: тәүге тапҡыр ул 1993 йылда Салауат ҡалаһында ойошторолғайны.

Л. ТАШБУЛАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға