«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде



29.03.2013 Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамдары уңайынан бер төркөм талант эйәһе бүләкләнде.
БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ли­лиә Ғүмәрова ҡулынан Салауат Юлаев орденын РСФСР-ҙың, Башҡор­тостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Нурия Ирсаева, күренекле ҡумыҙсы, РСФСР-­ҙың һәм БАССР-ҙың атҡа­ҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Роберт Заһрет­динов һәм Ишембай районының балалар сәнғәт мәктәбенең Маҡар филиалы мөдире Мәрйәм Солта­нова алды. Флорид Бүләковҡа – “Башҡортостандың халыҡ яҙыу­сыһы”, һынлы сәнғәт оҫтаһы Рәшит Хәбировҡа – “Башҡор­тостандың атҡа­ҙанған рәссамы”, билдәле журналист Нина Жиленкоға “Башҡор­тостандың атҡаҙанған мәҙә­ниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемдәр бирелде.
БР мәҙәниәт министры Әминә Шафи­ҡова Өфө һәм Стәрлетамаҡ бейеүселәренә, опера артистарына һәм Салауат башҡорт драма театры ди­ректоры Нәйлә Сәфәрғоловаға ми­нистрлыҡтың Маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырҙы. Шулай уҡ бер төркөм ра­йон китапханалары, ауыл музейҙары хеҙмәткәрҙәре, сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары Маҡтау ҡағыҙ­ҙарына лайыҡ тип табылды, уларҙы РФ Дәүләт Думаһының Мәҙәниәт бу­йын­са комитеты рәйесе урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина ҡотланы.
Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға