«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Спектаклгә рәхим итегеҙ!



12.03.2013 Спектаклгә рәхим итегеҙ!

14 − 15 мартта Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының башҡорт труппаһы тамашасылар иғтибарына болгар драматургы Станислав Стратиевтың «Автобус» исемле спектаклен тәҡдим итә. Әҫәрҙе сәхнәгә ҡуйыусы − ҡабарҙы-Балҡар Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Владимир Теуважуков.
Иҫке, кәлтерәп кенә йөрөгән автобуста төрлө яҙмышлы туғыҙ пассажир китеп бара. Уларҙың һәр береһе ҡайҙалыр ашыға. Ләкин пассажирҙарҙың кисерештәрен бер һирпелеп ҡарауҙа аңларлыҡ түгел, берәү ҙә үҙенең эске донъяһына сит-яттарҙы индерергә теләмәй. ҡапыл был кешеләрҙең яҙмышын бөтөнләй күренмәгән водитель хәл итә, сөнки киләһе маршрутты тик ул ғына билдәләй…
Спектаклдәр киске сәғәт 7-лә башлана.
Л. ТАШБУЛАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға