«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы 40 мең һумға яҡынлашасаҡ?!



01.03.2013 Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы 40 мең һумға яҡынлашасаҡ?!

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова Мәҙәниәт министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында былтыр республика мәҙәниәте өсөн әһәмиәтле йыл булыуын билдәләне.
– Республика Президенты Рөстәм Хәмитов БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә мәҙәниәт мәсьәләләренә айырыуса иғтибар бүлде, – тине вице-премьер.
Ысынлап та, Мөрәжәғәтнамәлә ижади проекттар өсөн 100 миллион һум күләмендә гранттар бүленәсәге хаҡында белдереү генә лә ни тора!
Әйткәндәй, 2012 йылдағы эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһап, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ла йылды уңышлы тип баһаланы. Халыҡ-ара һәм Рәсәй кимәлендәге ҙур проекттар тормошҡа ашырылған, урындағы бюджеттарҙың мәҙәниәткә сығымдарын да бер аҙ арттырыуға өлгәшелгән.
Мәҙәниәт өлкәһендә башҡарасаҡ эштәр ҙә етерлек. “2013 – 2018 йылдарға Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереү” оҙайлы ваҡытлы маҡсатлы программаһы әҙерләнгән. Уның буйынса, мәҫәлән, музыка мәктәптәрен кәрәкле музыка ҡоралдары менән тәьмин итеүгә йыл һайын – 75 миллион һум, мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәрен торлаҡ менән тәьмин итеүгә йыл һайын 50 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған. Ике-өс йыл эсендә өлкә белгестәренең эш хаҡын уртаса 38 мең һумға еткереү күҙаллана.
Проблемалар ҙа юҡ түгел. Министр билдәләүенсә, тармаҡҡа кадрҙар етешмәй. Хеҙмәткәрҙәр уртаса 45 – 50 йәштә, шуғалырмы, байтаҡ учреждение иҫке ҡалыптар буйынса эшләй. Йәш белгестәр иһә тармаҡтағы барлыҡ хеҙмәткәрҙәрҙең яҡынса 19 процентын тәшкил итә. Был күрһәткес түбәнәйә бара.
Лилиә Ғүмәрова, социаль өлкәнең һөҙөмтәле эшләүе – заман талабы, тип белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, зыянға эшләгән ойошмаларҙы ябыу түгел, ә һөҙөмтәле эшләгән йүнәлештәр­ҙе үҫтереү мөһим. Бының өсөн әле эшләп килгән мәҙәниәт учреждениеларының ойоштороу-хоҡуҡи формаларын ҡайтанан ҡарап сығырға кәрәк. Оптималләштереү процесы ла һөҙөмтәле эшләп килгән учреждениеларҙы ябыу иҫәбенә башҡарылырға тейеш түгел.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға