«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Иң тәмлеһен һайлап ҡына



01.02.2013 Иң тәмлеһен һайлап ҡына

Иң тәмлеһен һайлап ҡына
Бер көндө әхирәтем мине «ҡалъя» тигән башҡорт рок-төркөмөнөң концертына саҡырҙы. Исемен тәүгә ишетһәм дә, барыр­ға ризалаштым. Концерт миңә бик оҡшаны, йырҙар күңелемде баҫты, борсолоуҙарҙы оноттороп, тынысландырҙы. Музыканттарҙың бөтәһе лә талантлы, матур. Тамашанан һуң, ҡыҙыҡһыныуымды еңә алмай, һорауҙарым менән вокалист Фәнзил Әҙелбаевҡа барҙым.

– Төркөм нисек тупланды? Уны кем ойошторҙо?
– 2010 йылда дуҫым Раян Хөснуллин менән үҙ рок-төркөмөбөҙҙө ойошторорға булдыҡ. Күп тә үтмәй, Шәфҡәт Әүәзов (Овезов) беҙгә ҡушылды. Бынан һуң кемдер китте, кемдер килде, ҡыҫҡаһы, төркөмөбөҙ үҙгәрештәр кисерҙе. Илһамыбыҙ етмәй кеүек ине, беҙгә «Арғымаҡ» төркөмөнән килгән Марсель Әмәкәсов (бас) уны алып килде. Тора-бара музыканттарыбыҙ рәтенә Радик Далхин ҡушылды. Шундай юлдар үтеп, төркөм әлеге составына килә.
– «ҡалъя» тигән исем биргәнһегеҙ…
– Башҡорт халҡында иттең иң йомшағын, татлыһын шулай тип атайҙар. Беҙ башта тик «ҡаты ит» уйнарға уйлағайныҡ, бер аҙ уйлашҡандан һуң үҙебеҙҙе төрлө йүнәлештәрҙә лә һынап ҡарарға булдыҡ.

– Киләсәккә ниндәй пландарығыҙ бар?
– Әле гастролдәр менән республика буйлап йөрөргә уйлайбыҙ. Концерттар яҡшы килеп сығыр, райондарҙа үҙебеҙҙең тамашасыбыҙҙы табырбыҙ, тип ышанам. Йырҙарҙы күберәк ижад итеү − төп маҡсатыбыҙ. Кешеләр тере музыка барлығын онотмаһын ине. Тере музыка бит кешелә аңлата алмаҫлыҡ хис-тойғолар уята.

Гөлиә ШӘРӘФЕТДИНОВА
әңгәмәләште.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға