«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Мәҙәниәт министрлығында яңы урынбаҫар



11.01.2013 Мәҙәниәт министрлығында яңы урынбаҫар

БР мәҙәниәт министрының яңы урынбаҫары тәғәйенләнде. Ул – бығаса Салауат музыка колледжы директоры булып эшләүсе Шамил Абдраҡов.
Шамил Фаил улы Абдраҡов 1980 йылда Мәләүез ҡалаһында тыуған. Салауат музыка колледжын, Өфө дәүләт сәнғәт академияһын һәм Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған. Мәләүез ҡалаһы хакимиәтендә мәҙәниәт бүлеге белгесе, начальнигы, йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе булып эшләгән. Былтыр Салауат музыка колледжына директор итеп тәғәйенләнгән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға