«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Ғәйфи ағай нисек өйләнде?



13.11.2012 Ғәйфи ағай нисек өйләнде?

йәки Көлкөлө хәл-ваҡиғалар аша атайҙар һәм балалар проблемаһы үҙәккә ҡуйыла
Ғәйфи ағай нисек өйләнде?
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры үҙенең егерме өсөнсө ижад миҙгелен асты. Башҡорт һәм рус труппалары булған был театр йылдан-йыл үҫә, театр һөйөүселәргә хәҙерге заман драматургияһынан да, классика әҫәрҙәренән дә үҙенсәлекле тамашалар тәҡдим итә, заман менән бергә ҡыйыу, шул уҡ ваҡытта традицияларға һаҡсыл ҡарап алға бара.
Ошо көндәрҙә Гөлшат Зәйнәшеваның “Ғәйфи ағай, өйлән давай!” комедияһының премьераһы үтте. Спектакль Башҡортос­тандың атҡаҙанған артисы Илсур Хәбировтың юбилейына бағышланды. Тамашаның режиссеры – Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Нәҙерғолов. Спектаклдә ҡуйыусының оҫта ҡулы, тормош мәктәбе, тәжрибәһе, ә иң мөһиме, артистарҙы үҙе артынан әйҙәй белеүе айырыуса асыҡ сағыла. Был режиссер өсөн сәхнәлә күп һүҙ мөһим түгел, уның артистары һәр ваҡыт хәрәкәттә, уйында. ҡайһы бер ваҡытта буш һүҙ урынына бер ҡараш, бер баһа ла етә. Бәғзеләр, комедияны еңел жанр төрө тип уйлап, хаталана. Уны һирәк режиссер ғына еренә еткереп ҡуя алыу һәләтенә эйә. Сама белеп уйнағанда ғына комедияның бөтә нескәлектәре асыла. Һәм был спектакль нәҡ шундайҙарҙан. Һис шикһеҙ, әлеге сәхнә әҫәре үҙенең тамашасыһын табасаҡ.
Спектаклдең композиторы – Башҡор­тостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Ришат Сәғитов. Ул ижад иткән музыка спектакль менән йәнәш барып, атмосфераны көсәйтә. Сценографияһын рәссам Юлиә Ғиләжева тәҡдим итә. ҡаршы өйҙә йөҙәрләгән фатир, йөҙәрләгән яҙмыш. Шул яҙмыштар­ҙың уй-кисерештәре, һыҙланыу-табыштары ошо тәҙрәләрҙә сағыла. Берәү ҡараңғы тәҙрәнән үҙ яртыһын көтә, икенсенең бысраҡ тәҙрәләре хужаһының хәсрәтле тормошо хаҡында һөйләй, өсөнсө, көтә-көтә түҙемлеге бөтөп, тәҙрә пәрҙәләрен ҡаплап, шәмен һүндергән, дүртенсенең заманса тәҙрәһенән яҡты ут бөркөлә. Төрлө тәҙрәләр, төрлө яҙмыштар.
Илле йәштә тормош күптән артта ҡалғандай тойолалыр. Спектаклдең төп геройы Ғәйфи ҙә (Илсур Хәбиров) тормошонан йәм тапмай. ҡатыны күптән гүр эйәһе, берҙән-бер ҡыҙы менән көндәлек көнкүреш мәшәҡәттәре арҡаһында аралары һыуынғандай, ейәне уның тормош һабаҡтарын ҡолағына ла элмәй. Тәү ҡарашҡа, көлкөлө генә хәлдәрҙең асылында иҫ киткес ҙур атайҙар һәм балалар проблемаһы ята. Атай кеше күптән күңел йылыһына, балалары тарафынан иғтибарға, ихтирамға лайыҡ. Ләкин Наилә атаһының был күңел торошон күрмәй, сөнки уны бөтөнләй икенсе мәшәҡәттәр борсой. Әлегә уның уйҙарында фатирҙан башҡаһына урын юҡ. Наилә, уны бай бер ҡатынға йортҡа сығарып, бөтә проблемаларын шулай хәл итмәксе.
Серле бер ханым төп геройҙың мәрхүм Сабираһын хәтерләтә, уны күреү менән Ғәйфиҙең тормошо йәнләнгәндәй тойола. Зәкиә ханым йырлаған ваҡытта Ғәйфиҙең күҙе тулы йәш, ҡарашында моң-һағыш, йәшлегенә, мәрхүмә ҡатынына ҡарата ихтирам ярылып ята.
Зәкиә ханым (Альбина Кашанова) тамашасыны үҙенең эскерһеҙлеге, мөләйемлеге, күңел матурлығы менән арбай. Был героиня бер аҙ килбәтһеҙерәк, сәйерерәк. Ул нәҡ ошо сифаттары һәм тәбиғи ябайлығы менән айырылып тора ла, Зәкиә ханым спектаклдә изгелек йөрөтөүсе образ булып асыла.
Ғәйфиҙең ҡыҙы Наиләне актриса Гөлшат Ғайсина уйнаны. Гел ыңғай героинялар ролендә күреп күнеккән актрисаға был юлы характерлы роль биреп, режиссер төп уртаһына баҫты. Тәү ҡарашҡа бәғерһеҙ, тормошто тик матди байлыҡҡа бәйләгән, атаһының күңелен аңламағандай кеүек булған Наиләнең үҙ трагедияһы бар. Һаран ғына булһа ла, һүҙ һәм тән хәрәкәттәре аша уның да матур сифаттары күренеп ҡала. ҡатын-ҡыҙ булараҡ бәхетле булмағанға күрә ул шулай ҡатып, ҡырыҫланып ҡалған. Күҙҙәрендә нур бөткән. Ул да бит йомшаҡ, алсаҡ була алыр­ҙай бәхетһеҙ бер ҡатын. Тик кескәй генә бүлмәлә бер үҙе ике әзмәүерҙәй ир-егетте тәрбиәләү уны тамам биҙҙергән.
Йәш артист Әнүәр Фәйзуллин мөһабәт кәүҙәле, ләкин ҡыл да ҡыбырлатмай, һауанан нимәлер көтөп ятҡан замана егетен уйнаһа, уның һөйгән йәре – Маги образын Илгизә Ғилманова башҡарҙы. Сәхнәлә йәшлектең үҙе хакимлыҡ итә. Кейемдәрендә түгел, ә үҙ-үҙҙәрен тотоуҙа, аралашыуында сағыла бөгөнгө замана йәштәренең ялҡыны, шуға ҡарамаҫтан, һөйөүгә һәм аңлауға мохтажлығы. Улар үҙҙәренең кисерештәрен, теләктәрен күрһәтеүҙән оялмай, яратырға ла ҡурҡмайҙар. “Йәштәргә юл бирегеҙ!” тигән лозунг аҫтында комплексһыҙ замана балаларының да күңелдәре йылы һүҙгә, иғтибарға мохтаж. Бәлки, йәштәрҙе тыңлап та ишетмәүебеҙ арҡаһында ғаиләлә шулай аңлашылмаусанлыҡтар тыуалыр.
Әгәр режиссер бай ҡатын образын Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Зилә Сәйетоваға бирмәгән булһа, ролдең тәме юғалыр ине кеүек. Машина асҡыстарын ҡулында уйнатып, үҙен подиумдағы кеүек хис иткән Мәрйәм ханым спектаклдәге башҡа ҡатын-ҡыҙҙар кеүек яңғыҙлыҡтан йонсомай. Әйтеп ысҡындырған һүҙҙәре лә сәйер, үҙ-үҙен тотошо ла уйға һала. Уға, ысынында иһә, тормош иптәше түгел, өй ҡарауылсыһы кәрәк икәнен дә йәһәт кенә төшөнөп булмай.
Ә инде Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Рәмилә Сәлимгәрәева сәхнәгә килеп сығыу менән, тамашасылар тулҡынланып китә. Башта Суфия ханымдың ҡыҙыҡ итеп кейенеп килеп инеүенән, үҙ-үҙен тотошонан тирә-йүн айырыуса йәнләнеп китә. Тәү ҡараш­ҡа, шулай еңел холоҡло алдаҡсыны йәлләп һыҙланды, үҙенә урын таба алманы тамашасы. Айырыуса уның: “Кешегә шулай әҙерләнеп, өмөтләнеп киләһең дә, әллә ниндәй ҡаршылыҡтар килеп сыға...” − тигән репликаһы хәтерҙә уйылып ҡала. Актриса үҙенең сәхнәгә бер генә сығыуында ла, йөҙәрләгән тамашасы күңелен усында тотоп, йөҙөп уйнай.
Күрше Саттар ролен, тамашасының дәррәү ҡул сабыуы аҫтында, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәғим Нурғәлин уйнай. Был артистың сәхнәгә сығыуы ғына була, тамашасылар рәхәтләнеп көлә башлай. Нәғим Нурғәлин геройының һыҙланыуҙарын да юмор аша еткереү оҫталығына ирешкән. ҡайһы саҡта тормошҡа мыжып ултырғансы, проблеманы көлкөлө хәлдәр аша үткәреп ебәреүе, бәлки, яҡшыраҡтыр ҙа.

Мәҙинә МУЛЛАБАЕВА,
театрҙың әҙәби бүлеге мөдире.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға