«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Бамбучо ла йырсы



19.10.2012 Бамбучо ла йырсы

“Беҙгә барыбер” КВН командаһы резиденты Әлмир Мөхәмәтйәров, күптәргә Әлмир Бамбучо булараҡ билдәле егет, сит тел көйҙәренә яҙылған башҡорт йырҙарын башҡара.
− Бәләкәстән йыр-моңға ғашиҡ булһам да, халыҡ алдында әле яңыраҡ ҡына йырлай башланым. Тәүге тапҡыр “Беҙгә барыбер” командаһының биш йыллыҡ юбилейында һәр беребеҙ айырым сығыш яһаныҡ. Беренсе йырҙарым “Фәрештәм” һәм “Һөйәм һине” ине. Күптән түгел “Гүзәл донъя”, “ҡасан” исемле йырҙар яҙҙырҙыҡ. Әлеге ваҡытта тағы ла яңы йырҙар ижад итергә теләк бар, тик ваҡыт яғы тарыраҡ. Әле беҙ дәррәү генә Башҡорт КВН лигаһының беренсе уйын миҙгелен асыу тантанаһына әҙерләнәбеҙ, − тине Әлмир.
Әйткәндәй, был сара бөгөн Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үтә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға