«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Юғары бүләк иң лайыҡлыларға тапшырылды



09.10.2012 Юғары бүләк иң лайыҡлыларға тапшырылды

Юғары бүләк иң лайыҡлыларға тапшырылды
Үткән шәмбелә Күгәрсен районында данлыҡлы публицист Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге хөкүмәт премияһы тапшырылды. Билдәле булыуынса, был премия республикабыҙҙың киң матбуғат сараларында эшләүсе иң шәп журналистарға бирелә.
Быйыл республикабыҙҙың иң оҫта ҡәләм оҫталарына тәғәйенләнгән юғары баһаға йәмғиәттә гражданлыҡ именлеген булдырыу, Башҡортостандың иҡтисади үҫеше темаларына арналған мәҡәләләре өсөн “Аманат” журналының яуаплы сәркәтибе Дамир Шәрәфетдинов (ул уҡыусыларға “Йәшлек” гәзитендә сыҡҡан мәҡәләләре аша ла яҡшы таныш), “Башҡортостанда эшләнгән” радиотапшырыуы һәм башҡа көнүҙәк программалары өсөн “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы журналисы Зөһрә Арсаева, “Баҙы буйы бөҙрә тал” китабы өсөн Рәзифә Сәхәпова менән Илдус Тимерханов һәм тарихи темаған яҙылған мәҡәләләр циклы өсөн Тәлғәт Ишемғолов (Күгәрсен районы) лайыҡ булды.
Журналистарҙы ҡотларға БР элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов, Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков һәм башҡалар килде. ҡунаҡтарҙы Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Фәрит Мусин тәбрикләне. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге аллеяла премия лауреаттары ағастар ултыртты.

Л. СОЛТАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға