«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » “Буратино” Туймазыға ҡунаҡҡа барасаҡ!



28.09.2012 “Буратино” Туймазыға ҡунаҡҡа барасаҡ!

3 – 5 октябрҙә Туймазы ҡалаһында һәм Туймазы районында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының гастролдәре үтәсәк.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры яңы ижад сезоны башланыу менән үк үҙенең күптәнге дуҫтарын – Туймазы тамашасыларын күңелле тамашалары менән һөйөндөрөргә ҡарар итте. Бында театр коллективы репертуар­ҙағы иң күркәм спектаклдәрен – балалар өсөн А.Толстойҙың “Буратино – Remake” әкиәтен һәм күренекле драматург Ф.Бүләков пьесаһы буйынса ҡуйылған “Мөхәббәт ҡарағы” музыкаль комедияһын күрһәтәсәк.
Айрат Әбүшаһманов режиссерлығында һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров ҡатнашлығында ҡуйылған “Буратино – Remake” спектакле кескәй тамашасыларҙы ғына түгел, уларҙың ата-әсәләрен дә битараф ҡалдырмаясаҡ. Сөнки бында өйрәнелгән һәм күптән таныш сюжеттан тыш та мауығып ҡарарлыҡ матур бейеүҙәр, күңелле һәм хәтерҙә ҡалырлыҡ йыр-моң етерлек.
Туймазы тамашасыһына тәҡдим ителәсәк икенсе спектакль – Флорид Бүләковтың “Мөхәббәт ҡарағы” комедияһы. Бында төп ролде Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисткаһы Нурия Ирсаева башҡара. Был гастролдәр – оҙаҡламай 70 йәшлек юбилейын билдәләйәсәк актрисаның үҙенә күрә юбилей туры ла. Нурия Ирсаеваның сәхнәлә балҡытҡан күп героинялары – тормошто яратыусан һәм оптимистик рухтағы шәхестәр. Әлеге комедиялағы Фаягөл – тап шундайҙарҙан. Бында актрисаның һуңғы йылдарҙағы ижадына хас үҙенсәлектәр айырыуса асыҡ кәүҙәләнеш тапҡан.
Яңы ижади сезон башланып торған мәлдәге был осрашыуҙар театр өсөн дә, урындағы халыҡ өсөн дә бик әһәмиәтле.
Ф.Исхаҡова.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға