«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » “Ҡурай – TV” ҡайҙа булды?



21.09.2012 “Ҡурай – TV” ҡайҙа булды?

Уҡыусыларыбыҙҙан шундай һорау алғас, “ҡурай – TV” музыкаль телеканалының директоры Айгөл Әхмәҙиеваға мөрәжәғәт иттек. Ул телевизор ҡараусыларҙы тынысландырырға ашыҡты. Канал бер ҡайҙа ла юғалмаған, элекке режимында эшләүен дауам итә. Тик “Башинформсвязь” кабель селтәрендә техник проблемалар булыу арҡаһында бер айҙан ашыу абоненттар “ҡурай” каналын ҡарай алмаған. Бөгөн был мәсьәлә ыңғай хәл ителгән, тимәк, яратҡан каналығыҙҙы рәхәтләнеп ҡарай алаһығыҙ. Әйткәндәй, “ИНТЕЛСАТ – 15” спутнигы аша ул Рәсәйҙә генә түгел, БДБ илдәрендә лә күрһәтелә.
“ҡурай – TV” мәҙәни тәрбиә биреүе менән әһәмиәтле. Тәүлек әйләнәһенә, йыр-моңдан тыш, зиһенде байытырҙай тапшырыуҙар ҡарарға була. Октябрҙән “ҡурай – TV” өр-яңы клиптары менән һөйөндөрәсәк, “ВВС” әҙерләгән документаль фильмдар башҡорт теленә тәржемә итеп күрһәтеләсәк. Телеканал Яҡут (Саха), Тыва Республикалары, ҡырым менән бәйләнеште нығытҡан. Тимәк, шул тарафтарҙың музыкаль күстәнәстәрен ҡабул итәсәкбеҙ.
“Башҡортостан” киностудияһында төшөрөлгән башҡорт фильмдары, билдәле сәнғәт әһелдәренең биографик яҙмалары, классик кинокартиналарҙың башҡорт телендәге варианты, һис шикһеҙ, бер кемде лә битараф ҡалдырмаясаҡ.
Нәфис фильмдар көн һайын иртәнге сәғәт 11-ҙә һәм киске сәғәт 8-ҙә эфирға сыға. Йәштәргә тәғәйенләнгән “Йондоҙло сәғәт” тапшырыуы шаршамбы, шәмбелә иртәнге һәм киске сәғәт 10-да күрһәтелә. Ғүмер байрамдарын һәм тантаналарын билдәләүселәр “ҡотлауҙар” тапшырыуын йома һәм йәкшәмбелә киске сәғәт 7-лә ҡарай ала.
“ҡурай – TV” каналы октябрҙә “Дәртле йәшлек” фестивален ойоштора. Уның гала-концерты 21 ноябрҙә “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында уҙасаҡ. Ә “Наза” дискотекаһы декабрҙә буласаҡ.
Айгөл Әхмәҙиева: “ҡурай – TV” йыр-моң каналын үҙ итеүсе тамашасыларға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм артабан да беҙҙең менән ҡалырға, каналдың тормошонда әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ”, – тине.

Гүзәл БИКМӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға