«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Миҙгел асыу тамашаһына рәхим итегеҙ!



18.09.2012 Миҙгел асыу тамашаһына рәхим итегеҙ!

Бына нисәмә тиҫтә йыл рәттән Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы сағыу концерттары, ҡыҙыҡлы кисәләре менән сәнғәт һөйөү­селәр­ҙе ҡыуандыра. Һәр концертты тамашасылар ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Көтөп алмаҫлыҡмы ни! Һәр көн тиерлек "зәңгәр экран"дарҙа бал­ҡыған билдәле сәхнә "йондоҙҙар"ын ҡул һуҙымы араһында ҡасан күрерһең дә, сихри моңдарына сорналырһың! Тап шундай са­ғыу "йондоҙҙар" балҡышын 1 октябрҙә филармонияның Ҙур залында осратырға була. Сөнки был көндө филармония 74-се концерт миҙгелен аса. Унда халыҡ араһында киң танылыу яулаған Нәзифә ҡадирова, Фәдис Ғәниев, Римма Амангилдина һәм башҡа артистар сығыш яһаясаҡ. Шулай уҡ республикала ғына түгел, сит өлкәләрҙә лә билдәле "Каруан­һарай" төркөмө лә тамашасыларға моңло йырҙарын бүләк итәсәк. Джаз һөйөүселәргә исеме яҡшы таныш Олег ҡасимов етәкселегендәге эстрада-джаз оркестрының сығышы концертҡа үҙенсәлекле бер йәм өҫтәйәсәк. Башҡорт эстрадаһының сағыу "йондоҙҙары" дәртле лә, моңло ла йырҙарын йыр-моң һөйөүселәргә һис йәлләмәй өләшәсәк был кистә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға