«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Аҡбуҙ атҡа атланып, хыялдарға табан елдереп



29.06.2012 Аҡбуҙ атҡа атланып, хыялдарға табан елдереп

Аҡбуҙ атҡа атланып, хыялдарға табан елдереп
27 июндә Башҡортостандың күп район-ҡалаларында Йәштәр көнө киң билдәләнде. Ә Өфөлә “Аҡбуҙат” ипподромында ошо дата айҡанлы ҡала йәштәренең һабантуйы уҙғарылды. Уны БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы менән Өфө ҡала хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты ойошторҙо.
Баш ҡалабыҙҙың шау-шыуын ярып, стадиондан урғылған йыр-моң барыһын да һабантуйға әйҙүкләне – ололар һәм йәштәр майҙанға туҡтау­һыҙ ағылды ла ағылды.
Аҡбуҙ атҡа атланып, хыялдарға табан елдереп
Байрам йәштәрҙең бейеү коллективтары һәм спорт командаларының сығышы менән башланды. ҡаланың төрлө райондарындағы үҫмерҙәр клубтарында шөғөлләнеүселәр был көндө һәләтен һәм таһыллығын рәхәтләнеп күрһәтә алды. ҡайһы берәүҙәр өсөн был дебют көнө булды – улар беренсе тапҡыр сәхнәгә күтәрелде. Башҡорт халыҡ, брейк-данс, стрит-данс бейеүҙәрен һәр тамашасы йотлоғоп ҡараны. Каратэ, гимнастика менән шөғөлләнеүселәр ҙә оҫталығын күрһәтте. Йәштәр, берҙәм һәм әүҙем булырға саҡырып, сағыу флешмоб үткәрҙе.
Спорт ярыштары менән мәҙәни саралар тигеҙ үрелеп барҙы. Майҙандың икенсе урынында бәйгеләр ҡыҙҙы. Мини-футбол, гер спорты, көрәш, арҡан тартыу, армрестлинг уҙған урындарҙа халыҡ күпләп йыйылды. Балалар “күңелле старттар”ҙа ихлас ҡатнашты.
Аҡбуҙ атҡа атланып, хыялдарға табан елдереп
БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы менән Өфө ҡала хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты вәкилдәре барыһын да байрам менән ҡотлап, йәштәргә аҡ юл теләне. Һабантуй барышында балаларҙы һәм йәштәрҙе тәрбиәләүҙә уңышҡа өлгәшеүсе тәрбиәсе-педагогтар, төрлө кимәлдәге белгестәр тәбрикләнде.
Ғөмүмән, был байрам һәр кемдең күңеленә хуш килде. Ә кискеһен йәштәр өсөн Салауат Юлаев майҙанында концерт үтте.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға