«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » 100 йылға бер үткән йыйынға килегеҙ!



15.06.2012 100 йылға бер үткән йыйынға килегеҙ!

30 июндә көндөҙгө сәғәт 3-тә Көйөргәҙе ра­йо­нында 1812 йылғы Ватан һуғышында Рәсәйҙең еңеүенә 200 йыл тулыу айҡанлы, Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы тарафынан раҫланған Положениеға ярашлы, ҡурайсылар йыйыны үткәрелә. Бындай йыйын 1912 йылда, француз яуының 100 йыллығы айҡанлы, шул уҡ урында үткәрелгән булған.

Йыйындың программаһында:
1812 йылғы Ватан һуғышы тураһында тарихсы-ғалимдарҙың сығышы;
француз яуына бәйле йырҙар, көйҙәрҙән торған концерт;
килер быуындар өсөн махсус Хәтер китабында йыйында ҡатнашыусыларҙың исем-шәрифтәрен, имзаларын теркәү;
йыйын тураһында мәғлүмәт яҙыласаҡ стелаға нигеҙ ташы һалыу.
Хәҙерге быуынды патриотик рухта тәрбиәләү, атай-олатайҙарҙың иң яҡшы традицияларын дауам итеү маҡсатында ойошторолған был йыйында иң кескәйҙәрҙән алып иң ололарға тиклем һәр ҡурайсы ҡатнаша, изге тарихи миссияһын үтәй ала.
Бындай йыйын 100 йылға бер тапҡыр ғына үткәрелгәнен онотмайыҡ, ситтә тороп ҡалмайыҡ!

Юлай Ғәйнетдинов.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға