«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Рудольф Нуриев исемендәге фестиваль асылды



01.06.2012 Рудольф Нуриев исемендәге фестиваль асылды

Мәшһүр шәхесебеҙ исемен йөрөткән халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале быйыл ун һигеҙенсе тапҡыр уҙғарыла. Сара Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Адольф Адандың «Корсар» балеты премьераһы менән башланды.
Әйткәндәй, йолаға ярашлы, фестиваль асылыр алдынан Рудольф Нуриевтың театр стенаһына ҡуйыл­ған барельефына сәскәләр һалынды. Әлеге сәнғәт байрамы «Сочи – 2014» мәҙәниәт олимпиадаһы сигендә үтә.
Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов шәхсән тәбрикләне. Үрҙә телгә алған премьераны ҡуйыусы Юрий Григоровичҡа ла рәхмәтен белдереп, беҙҙең театр менән киләсәктә лә хеҙмәттәшлек итеүен теләне.
Балет һөйөүселәр «Аҡҡош күле»н дә ҡарай аласаҡ. Зигфрид партияһын билдәле Карл Пакетт башҡара, ә Одетта-Одиллияны – Париждың «Гранд-Опера» театры «йондоҙо» Элоиз Бурдон. Дүртенсе июндә Рәсәй балетының иң сағыу артистары ҡатнашлығында гала-концерт уҙасаҡ. Артабан тамашасыларға «Баядерка», «Дон Кихот» кеүек балеттар тәҡдим ителәсәк. Фестиваль ябылыу көнөндә иһә, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солистары менән бер рәттән, сәхнәлә донъяның иң оҫта балет артистарын күреү мөмкин буласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға