«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Бейеү алиһәһе, башҡорт бейеүе легендаһына – 70 йәш



27.04.2012 Бейеү алиһәһе, башҡорт бейеүе легендаһына – 70 йәш

Бейеү алиһәһе, башҡорт бейеүе легендаһына – 70 йәш
Үҙенең бейеүе менән нисә быуын тамашасыһын әсир иткән, Урал тауҙарының хозурлығын, ғорурлығын, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының гүзәллеген донъя кимәленә сығарып данлаған, башҡорт бейеүен бар халыҡҡа танытҡан Рәсәй Федерацияһының атҡаҙан­ған, Башҡортостан Республи­каһының халыҡ артисткаһы, Салауат Юлаев һәм Ғәлимов Сәләм исемендәге дәүләт премиялары лауреаты, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисткаһы, бейеү алиһәһе Рәшиҙә Туйсина ошо көндәрҙә үҙенең оло юбилейын билдәләй.
11 майҙа киске сәғәт 7-лә Өфө ҡалаһының «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында легендар бейеүсенең юбилейына арнал­ған ҙур концерт була.

С. АМАНТАЕВА.

(Халҡыбыҙҙың талантлы ҡыҙы тураһындағы материалды гәзитебеҙҙең киләһе һандарында уҡығыҙ).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға