«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Ижадсылар лайыҡлы исем алды



27.03.2012 Ижадсылар лайыҡлы исем алды

Ижадсылар лайыҡлы исем алды
Баш ҡалабыҙҙың «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында профессиональ байрамдары алдынан мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәрен юғары наградалар менән бүләкләү тантанаһы үтте.
– Мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәләре – тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ бер өлөшө. Йәмғиәт тә уның үҫешенә бәйле, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сә­ғитов. – Был өлкәлә проблемаларҙың күп булыуы бер кемгә лә сер түгел. Тәү сиратта улар эш хаҡына, музыка мәктәптәренең, китапхана­лар­ҙың һәм музей­ҙарҙың матди-техник йыһазландырылыуына ҡағыла. Быларҙың барыһы ла айырыу­са иғтибар талап итә. Республика йәштәренең иң яҡшы сәнғәт өлгөләрендә тәрбиәләнеүе беҙҙең өсөн мөһим.
Был юлы барлығы ҡырҡҡа яҡын дәүләт наградаһы тапшырылды. Юғары баһала­ныу­сылар араһында М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрынан Илһөйәр Ғәзетдинова, Өфө «Нур» татар дәүләт театрынан Рәсимә Ғәй­фуллина, йыр­сы Флорида Исмә­ғилева һәм ҡурайсы Роберт Юл­дашев бар.
Республи­каның опера сәнғәтенә ҙур өлөш индергәне өсөн Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры дирижеры Герман Ким да бүләкләнде. Йәнә лә мәҙәниәтебеҙҙә билдәле шәхестәр − йырсы Мәғфирә Ғәлиева, ҡурайсы Азат Биксурин, ҡумыҙсы Миң­леғәфүр Зәйнетдинов лайыҡлы исемдәр алып ҡыуанды. ҡурайыбыҙҙы донъяға таныт­ҡан Роберт Юлдашев «Башҡортос­тандың халыҡ артисы» исемен алһа, ҡумыҙыбыҙҙы донъя кимәлендә данлаусы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов Башҡортос­тандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре булып китте.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға