«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Роберт Юлдашев - халыҡ артисы!



02.03.2012 Роберт Юлдашев - халыҡ артисы!

Роберт Юлдашев - халыҡ артисы!Һунғы ярты йыл эсендә күнелгә май булып яғылырлыҡ ике янылыҡ ишетергә тура килде. Былтыр, ниһайәт, Мәғфирә Ғәлиеваға Башҡортостандын халыҡ артисы тигән маҡтаулы исем бирелһә, бөгөн ҡурайсы Роберт Юлдашевҡа ошондай уҡ маҡтаулы исем бирелеүе хаҡында ишетеп ҡыуандым. Юҡһа, һунғы ваҡытта "халыҡ" һүҙе менән шаяра башланылар кеүек тойола. ҡайһы саҡ сәхнәнән, Башҡортостандын халыҡ артисы Фәлән Фәләнов сығыш яһай, тиһәләр, эргәлә ултырған кешенән ҡабатлап һораған саҡтар ҙа була. Шул уҡ ваҡытта, "Нефтсе" мәҙәниәт һарайында булды ул хәл, Башҡортостандын халыҡ шағиры Хәсән Назар, тип иғлан ителгәс, тағы аптыраным, нисек инде, ағайға шундай дәрәжәле исем бирелеп тә, белмәй ҡалғанбыҙ? Шуныһы ҡыуаныслы - кемдәрҙер үҙенен һоранып йөрөп алған исемен сәхнәнән янғыратыуҙы шулай уҡ һоранып йөрөһә, халыҡ, үҙе лә һиҙмәҫтән, хөкүмәт бирмәгән исемде ҡуша ла ҡуя.
Ә Роберт Юлдашевҡа килгәндә, ул күптән үҙен республикабыҙҙағы бөтә юғары исемдәрҙән дә юғары итеп танытты. Башҡорт ҡурайынын данын бар донъяға янғыратты. Афарин!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға