«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Йырсыларҙы сыныҡтыра «Керәшен һыуыҡтары»



07.02.2012 Йырсыларҙы сыныҡтыра «Керәшен һыуыҡтары»

Йырсыларҙы сыныҡтыра «Керәшен һыуыҡтары»
Бөрөлә дүрт көн буйына барған XVIII «Керәшен һыуыҡтары – 2012» асыҡ эстрада йыры һәм бейеү фестиваль-конкурсы финалсылар­ҙың ҙур гала-концерты менән тамамлана. Тик тамашасылар күпме генә көтмәһен, «Эстрада йырын башҡарыу» номинацияһында гран-при яулаған Илдар Усманов сәхнәгә сыҡмай. Сөнки был ваҡытта Учалы егете үҙенең еңеүен белмәй, ҡайтып киткән була.

– Гран-при яулармын тип кем уйлаһын, – «Ләйсән» бейеү ансамбле солисы һаман үҙенең еңеүенә ышанып етмәй. – Анау ҡәҙәрем халыҡ араһында миңә иғтибар ҙа итмәҫтәр, тип уйланым. Сөнки унда республиканың бөтә райондарынан һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәренән 300-ҙән ашыу һәләтле кеше үҙ көсөн һынарға килгәйне. Ғәжәп матур, көслө тауышлы йырсылар күп булды. Уларҙы тыңлап ултыра торғас, һәр ваҡыттағыса, тәүҙә сәхнәгә сығыр алдынан йөрәк дөп-дөп килде. Эй, ярай, килгәс-килгәс, йырлап, күңел асып ҡайтайым, тип, тамашасылар алдына сыҡтым да йырлай башланым.
Илдар Салауат Низаметдинов­тың «Ултыр әле, иркәм, яндарыма» һәм Стас Михайловтың «Ты только жди» йырҙарын башҡара. Беренсе турҙан һуң уҡ уға башҡа конкурсанттар, һин берәй бүләккә лайыҡ булырһың, матур йырланың, тиһә лә, ышанмай. Бындай ваҡытта бер-береңә ундай һүҙҙәрҙе йыш әйтәһең инде, тип уйлай. Һәм, икенсе турҙы үткәс, йомғаҡ яһауҙы көтөп тормайынса, ҡайтып китә. Шулай ҙа ҡайтҡас, ойоштороу­сылар­ға шылтыратып, һөҙөмтәләр­ҙе белешергә ниәтләй. Һин гран-приға лайыҡ булдың, тигәс, һаман да ышанмай, шаярталарҙыр, ти. Аҙаҡ ысынлап та еңеүен белгәс, ҡыуанысынан бүлмәгә һыймай саҡ үрле-ҡырлы һикермәй. Телефоны биш минут һайын шылтырай, уға ҡотлауҙар яуа, төрлө проекттарҙа ҡатнашырға саҡырыуҙар килә.
– «Ләйсән» ансамбле коллективы етәксеһе Ильвера Ғибаеваға рәхмәтлемен, – ти Илдар. – Ул ҡатнашырға өндәне, һәм конкурсҡа бер аҙна ваҡыт ҡалғас ҡына заявка бирҙем. Минең менән бергә Учалынан барған Зөлфиә Әхтәмова ла дипломант исемен яуланы.
Бер ваҡытта ла фонограммаға йырламаған Илдар, «Керәшен һыуыҡтары»нда миңә тәүҙән үк бәхетле билет эләкте, тип һанай, сөнки ул ун туғыҙынсы ғинуарҙа ун туғыҙынсы һан аҫтында сығыш яһай. Әммә электән Мулдаҡай ауылы егетенең йырлауын ишеткәндәр, был гран-при – лайыҡлы еңеү, тип иҫәпләй. Ысынлап та, 2004 йылда «Гәлсәр һандуғас» бәйгеһендә «Өмөт» номинацияһында еңеп, танылыу яулаған Илдар Усманов өсөн «Керәшен һыуыҡтары» сираттағы ижади баҫҡыс кеүек. Уның тауышы бай, тәрән, хисле, ул үҙе йәш, мөмкинлектәре байтаҡ, тимәк, уға әле үҫергә лә үҫергә.

Әйткәндәй...

«Керәшен һыуыҡтары»ның ойоштороусылары – Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Респуб­лика халыҡ ижады үҙәге һәм Бөрө муниципаль районы хакимиәте.
18 йыл эсендә «Керәшен һыуыҡтары»нда 4,5 меңдән ашыу йәш йырсы, бейеүсе, музыкант ҡатнашҡан.
«Керәшен һыуыҡтары – 2012» конкурсында «Музыкаль коллективтар» (төркөмдәр) номинацияһында «Арғымаҡ» этно-рок-төркөмө гран-при яуланы, ә «Эстрада бейеүе» (ансамбль) номинацияһында гран-при берәүгә лә бирелмәне.

Баныу ҡАһАРМАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға