«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Йәшә, йәшнә, Фәдис улым!



07.02.2012 Йәшә, йәшнә, Фәдис улым!

Йәшә, йәшнә, Фәдис улым!1980 йылдар. Ул йылдарҙа Башҡортостандың бөтә райондары ла, график буйынса баш ҡалабыҙ Өфөгә барып, ҙур концерт менән сығыш яһар, был концерттарҙы мотлаҡ телевизорҙан күрһәтерҙәр ине. Шулай, бер көндө дәрескә әҙерләнеп ултырам. Телевизорҙан, әгәр яңылышмаһам, Баҡалы райо­ны хеҙмәтсәндәренең ҙур концертын күрһәтәләр ине, буғай. 10-сы синыф уҡыусыһының исем-шәрифен әйтеп, башҡарасаҡ йырҙың исемен дә атанылар. Ул исемде мәңге онотасаҡ түгелмен: бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисы тигән исемде хаҡлы рәүештә йөрөтөүсе Фәдис Ғәниев ине ул. Тетрәндерҙе мине үҫмер баланың моңло тауышы. Үҙем дә аңламайым, шул саҡ ни өсөндөр кеҫә блокнотыма: «Фәдис Ғәниев Илһам Шакиров кеүек йырсы буласаҡ!» − тип яҙып ҡуйҙым. Ул заманда Татарстандың халыҡ йырсыһы Илһам Шакировҡа табына инем.
Йылдар үтә торҙо. Бер көндө, Иҫәнғолға ҙур концерт менән Фәдис Ғәниев килә, тигән белдереү элгәндәр. Концертҡа билет алдым. Әлеге блокнотты эҙләп табып, кеҫәгә һалып алдым.
Бына Фәдис сәхнәне иңләп-буйлап йөрөй һәм йырлай ҙа йырлай… Батырға ла ял кәрәк, тиҙәр бит, Фәдис тә ял итергә сыҡты. Урынымдан тороп, йырсы ял иткән бүлмәгә киттем. Исем-шәрифемде әйтеп, блокноттағы яҙыуҙы күрһәтеп, яҙыуҙың тарихын һөйләп бирҙем. Бик шатланды. Һәм блокноттағы яҙыуымдың тарихын, сәхнәгә сығып, тамашасыларға еткереүемде үтенде.
Тиҙҙән Фәдис сәхнәгә сығып, мине үҙе янына саҡырып, ҡулыма микрофон тотторҙо. Блокноттағы яҙыуымдың тарихын һөйләнем. Халыҡ дәррәү ҡул сапты…
Йылдар артынан йылдар үтте. Фәдис Иҫәнғолға юлын һыуытманы, халыҡ һәр ваҡыт уны яратып ҡаршы алды. Уның концерттарына билет алыуы ҡыйынлаша барҙы. Һәр концертына барам, ә Фәдис мине сәхнәнән микрофон аша сәләмләй.
Йырсы беҙҙең ауылға былтыр ҙа килде. Тик мин уның концертына бара алманым. Инсульт кисереп ята инем…
Аллаһы Тәғәлә Фәдискә һәм, әлбиттә, үҙемә лә ғүмер насип итһен, осрашырбыҙ әле тағы ла, тигән өмөттән өҙөлмәйек. Кешене өмөт йәшәтә бит.
Фәдис Рәхимйән улына 4 февралдә 45 йәш тулды. «Йәшлек» гәзите аша яратҡан йырсымды юбилейы менән ҡайнар ҡотлайым, оҙон-оҙаҡ ғүмер һәм бәхетле ҡартлыҡ кисереп, оҙон-оҙаҡ килер быуындарҙы моңло йырҙары менән шатландырыуын теләйем.
Йәшә, йәшнә, йырла, Фәдис улым! Үҙең яратып йырлаған «Сәрмән» йырының бер генә һүҙен алмаштырып:
«Сәрмән буйҙарында йөрөгән
саҡта
Битем, ҡулым йыуҙым йылғала.
Халҡым өсөн тыуҙым, халҡым
өсөн үҫтем,
Халҡым өсөн йырлайым
донъяла»,
− тип йәшә ошо фани донъяла.
Сәғәҙәт БАЙГИЛДИН.
Ейәнсура районы,
Иҫәнғол ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға